Төнгө сауҙаны кем тыйыр?23.05.2014
Төнгө сауҙаны кем тыйыр?
Республика йәмәғәтселеге "Айыҡ ауыл" конкурсын дауам итергәме-юҡмы тип һүҙ алып барғанда, депутаттар иҫерткес эсемлектәрҙе төндә һатыу ваҡытын тағы ла сикләү тураһында законға үҙгәрештәр индереү хаҡында баш ватҡанда, шуҡ эшҡыуарҙар (уларҙы эшҡыуар тип әйтергә тел дә әйләнмәй, алыпһатарҙар тигән исем нығыраҡ тап килә) йоҡлап ятмай. Киске 9-ҙан иртәнге 6-ға тиклем теләһә ниндәй эсемлекте магазин хаҡтары менән өйөгөҙгә хәтле килтерергә әҙерҙәр. Тик бының өсөн 20–30 минут ҡына көтөргә кәрәк. Телефондан заказ бирәһең дә килтергәндәре өсөн әҙ ҙә түгел, күп тә түгел 149 һум (ә ниңә теүәл генә 150 түгелдер инде?) аҡса тоттораһың. Юл ыңғайы магазиндан башҡа әйберҙәр килтерергә лә әҙерҙәр. Уныһы, моғайын, ҡабымлыҡтыр. Шунһыҙ нисек эсмәк кәрәк. Етмәһә, йоҡламайынса 9-ҙан 6-ға тиклем.


Әкиәт тиһегеҙме? Юҡ шул. Почта йәшнигеңдә визиткаларын, флаерҙарын ҡалдырып, подъезд ишегендәге белдереүҙәр таҡтаһына телефондарын күрһәтеп, реклама ҡағыҙҙарын йәбештереп китәләр икән, нисек ышанмаҫһың. "Башҡа тәҡдим итеүселәрҙекенә ҡарағанда хаҡтар түбәнерәк" тип тә яҙалар әле, тимәк, бындай төнгө сауҙа менән шөғөлләнеүсе "эшем эйәләре" берәү генә түгел. Әлеге төнгө сауҙаға ҡарата ниндәйҙер ҡаты сара күрелергә тейеш. Алыпһатарҙар язаһыҙ ҡалмаһын ине. Электән дә таксистарҙың заказ буйынса өйгә иҫерткес эсемлектәрҙе ташыуы хаҡында ишеткән бар ине. Ул бизнес та яҡшы көйләнгән, тиҙәр.
Бер ҡараһаң, иҫерткес эсемлектәрҙе төндә һатыу сикләнде кеүек, әммә рәхәтләнеп сауҙа иткән магазиндар ҙа юҡ түгел. Беҙҙең йорт янындағы "Налетайка" магазины 24 сәғәт буйына араҡы, коньяк, һыра тәҡдим итә. Исеме лә шәп бит әй: "Налетайка". Урыҫ әйтмешләй, "вот и налетают". Софья Перовская урамының 44-се йортонда арка аҫтында баҫҡыс буйлап төшөргә кәрәк. Урыны ла бик ышыҡ шул, күҙгә күренеп бармай. Әммә кеше лә өҙөлмәй. Баҡсанан ҡайтышлай икмәк, һөт алайым тип инһәң, йәше лә, ҡарты ла шунда өйөрөлә. Күбеһенсә йәштәр инә. Һыраның ниндәйе генә юҡ! "Сал Урал", "Шихан", "Аҡ айыу", "Өс айыу", "Һунар", "Балтика 3", "Балтика 9", "Хайнекен", "Амстел", "Себер короле"... Осона сығырлыҡ түгел. Теләйһең икән, "тере" һыра эс. Уныһын 1,5 литрлыҡ һауыттарға ҡойоп бирәләр.
Шунда уҡ баҫып тороп эсер өсөн стенаға терәтеп таҡталар ҡуйылған. Уйын автоматтары ла тора.
"Ниңә был ваҡытта һыра һатаһығыҙ?" тип һорауыма "Ә беҙҙең лицензия бар" тип яуапланылар. Әммә стенаға эленгән ҡағыҙҙа төндә һатырға рөхсәт ителеүе тураһында бер ниндәй мәғлүмәт юҡ.
Был төнгө магазин хаҡында дүрт тапҡыр полицияға шылтыраттым. "Тикшерербеҙ", — тиҙәр ҙә бер ниндәй үҙгәреш юҡ. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы килеп киткән, тинеләр былай. Ләкин, күрәһең, улар ҙа көсһөҙ булып сыҡҡан. Ни өсөн бер кемдең көсө етмәй ҡанун, тәртип боҙоусыларға? Миңә: "Һин былар менән булышма, һис ниндәй ҙә сара күрелмәй икән, тимәк, "крыша"лары органдыҡылар", — тип әйтеүселәр ҙә булды.
Ниңә улайһа закон ҡабул ителә? Ә ниңә ул кем өсөндөр "эшләй", кемделер урап үтә? Тәүлек әйләнәһенә эшләгән барҙарҙа ла рәхәтләнеп төнө буйы һыра эсәләр. Ниндәй генә исемдәр менән һыра магазиндары барлыҡҡа килмәй: "Һыра академияһы", "Һыра бутигы", "Мискәнән эсемлектәр" (билдәле инде ниндәй икәне, һыу түгел һәр хәлдә)... Ә рекламаларын күрһәгеҙ! Эсмәҫ ереңдән эсерһең.
Ошондай шарттарҙа, өйөңә үк килтереп биреүселәр барында, эскелеккә ҡаршы көрәшеүҙең бер ниндәй һөҙөмтәһе лә булмаясаҡ. Тәүлектең теләһә ҡайһы мәлендә теләгән кеше алып эсерлек магазиндар ябылмай икән, эскелек тә "сәскә атыуын" дауам итәсәк.


Вернуться назад