Журналистар — Ҡырмыҫҡалы ерендә11.06.2014
Журналист яҙмышын һәр кем үҙе һайлай. Уның икмәге ваҡыты менән әсе йәки сөсө, йомшаҡ йәки ҡаты булырға мөмкин. Ниндәй генә хәлдәрҙе яҡтыртмай, ниндәй генә ваҡиғалар уртаһында ҡайнамай ул?! Һәр геройҙың яҙмышы өсөн борсола, төрлө проблемаларҙы хәл итергә ынтыла... Ҡыҫҡаһы, тулы ҡанлы тормош менән йәшәй. Беҙ, журналистар, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашабыҙ йә булмаһа ойошторабыҙ, семинарҙарҙа белемебеҙҙе камиллаштырабыҙ. Мәҡәлә йәки тапшырыу уҡыусы йәки тамашасы күңеленә барып етһен өсөн әллә күпме кеше көс һала. Шулай ҙа көсөргәнешле эш араһында беҙҙекеләр ял да итә белә.
Хәбәр итеүебеҙсә, күптән түгел ҡунаҡсыл Ҡырмыҫҡалы ерендә сираттағы «Журфест» үтте. Уның һөнәри байрамыбыҙ – республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө – алдынан уҙғарылыуы бер ҙә юҡҡа түгел. Сараға баш мөхәррирҙәр, республика, район гәзиттәре, радио, телевидение һәм интернет-баҫмалар хәбәрселәре йыйылды. Байтаҡ проблемалар борсой бөгөн журналист халҡын. Әммә улар бер көнгә онотолоп торҙо: ҡәләм оҫталары рәхәтләнеп ял итте. Тирмәләр ҡоролдо, спорт ярыштары, төрлө әңгәмәләр ойошторолдо.
Әйҙәгеҙ, бөгөн һүҙҙе журналистар һабантуйында ҡатнашҡан республиканың, илдең һәм хатта донъяның тормош һулышын яҡтыртыусыларға бирәйек.



Журналистар — Ҡырмыҫҡалы ерендә Фестивалгә республика Президенты вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Хәмитов та килде.
Ул баш мөхәррирҙәр менән тармаҡ үҫеше проблемалары хаҡында фекер алышты.






Журналистар — Ҡырмыҫҡалы ерендә Архангел районының «Инйәр» гәзите коллективы фестивалдә матур тирмә ҡорғайны. Уңған журналистар Күгәрсен районындағы Мораҙым тарлауығында, Белорет районының «Асы» шифаханаһында, республикабыҙҙың башҡа урындарында ла булған.








Журналистар — Ҡырмыҫҡалы ерендә «Сельские узоры» журналының баш мөхәррире Ғималетдин Яруллин журналдың биҙәлеш мөхәррире Марат Ғәйнетдинов менән.









Журналистар — Ҡырмыҫҡалы ерендә Билдәле журналист, яҙыусы, радиотапшырыуҙар алып барыусы Рәсүл Сәғитов менән «Юлдаш» радиоһының алып барыусыһы Йәмил Ишмөхәмәтов:

– Журналистар – ижади кешеләр. Ҡасандыр бергә уҡыған йәки бергә эшләгән һөнәрҙәштәрең менән осрашыуҙар бик кәрәк. Бигерәк тә әлеге гәзит-журналдарға яҙылыу осоронда фекер алышыу мөһим. Милли матбуғатты үҫтереү һөҙөмтәһендә генә телебеҙ үҫәсәк.








Журналистар — Ҡырмыҫҡалы ерендә Ҡырмыҫҡалы районы «Даирә» гәзитенең яуаплы секретары Гөлсәсәк АЛАСОВА:

– Бөгөн минең өсөн икеләтә ҡыуаныслы көн: Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союздарына ағза итеп алдылар. Күптән көттөм быны. Ошо шатлығымды бөтәһе менән дә уртаҡлашҡым килә.









Журналистар — Ҡырмыҫҡалы ерендә









Журналистар — Ҡырмыҫҡалы ерендә Айбулат АҠБУТИН,
билдәле фотограф,
Өфө ҡалаһы:

– Яңыраҡ Төркиәлә сәйәхәттә булып ҡайттым. Шулай итеп, күптән инде журналистар эргәһендә йөрөй торғас, үҙем дә ошо һөнәр эйәһенә әйләндем. Бөгөнгө мөһим саранан да ситтә ҡалманым, ҡыҙыҡлы мәлдәрҙе фотоға төшөрәсәкмен.










Журналистар — Ҡырмыҫҡалы ерендә «Йәшлек» гәзите (баш мөхәррире – Артур Дәүләтбәков) фестивалгә тотош коллектив менән килгәйне. Үҙҙәре әйтеүенсә, беренсе тапҡыр ғына күмәкләп ял итергә сыҡмайҙар. Быға тиклем үткәрелгән фестивалдәрҙә лә ихлас ҡатнашҡандар. Бынан тыш, ял итеү форсаты килеп сыҡһа, йыйылышып тәбиғәт ҡосағына ашығалар икән.











Журналистар — Ҡырмыҫҡалы ерендә Журналистар спортта ла көс һынашты.









Журналистар — Ҡырмыҫҡалы ерендә Журналистарҙың төньяҡ берекмәһе вәкилдәре йыр-моңдары менән күптәрҙе “аһ!” иттерҙе.












Махсус битте Айһылыу НИЗАМОВА менән
Эдуард Дилмөхәмәтов (фото) әҙерләне.


Вернуться назад