Башҡортостандың музыка сәнғәте һәм мәҙәниәте ауыр юғалтыу кисерҙе. 2014 йылдың 6 июнендә Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, танылған солист-вокалист Мәүлетбай Сөләймән улы Ғәйнетдинов 76 йәшендә вафат булды.
Башҡортостан сәнғәтен үҙ иткән кешеләргә уның исеме яҡшы таныш. Тырышлығы, таланты менән Мәүлетбай Сөләймән улы милли вокаль сәнғәтен үҫтереүгә ғәйәт ҙур өлөш индерҙе. Юғары рухлы, һәләтле шәхес бар ғүмерен йырға, милли музыканы, башҡорт фольклорын танытыуға арнаны.
М.С. Ғәйнетдинов 1938 йылда Ишембай районының Этҡол ауылында тыуған. 1971 йылда Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлеген тамамлай. 1971 – 1998 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһының солист-вокалисы була. Филармониялағы төп эстрада коллективтары составында республика буйлап даими гастролгә сығып, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә тамашасы һөйөүен яулай.
Мәүлетбай Сөләймән улы “Йәдкәр” башҡорт фольклор ансамблен ойоштороуҙа ҡатнаша. Ансамблгә ул етәксе һәм солист сифатында саҡырыла. Үҙенсәлекле вокаль һәләткә эйә булған, башҡорт фольклорын тәрән белгән шәхес иң ҡатмарлы һәм һирәк осрай торған халыҡ йырҙарын башҡара. Уның репертуарына легендар “Буранбай”, “Уралым”, “Сибай”, “Бейеш”, “Аҡһаҡ ҡола” һәм башҡа йырҙар инә. Йырсыны хаҡлы рәүештә “башҡорт йыры аҡһаҡалы” тип йөрөтәләр.
Мәүлетбай Ғәйнетдинов башҡорт музыка сәнғәтен республиканан ситтә лә лайыҡлы таныта. Ул илебеҙҙең бик күп төбәктәрендә уҙғарылған Башҡортостан мәҙәниәте һәм сәнғәте көндәрендә, халыҡ-ара фольклор фестивалдәрендә ҡатнаша, сит илдәрҙә концерт менән сығыш яһай. “Моң” фирмаһында йырсының пластинкалары сығарыла. “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы ла үҙенең тапшырыуҙарында уның сығыштарынан яҙмаларҙы йыш файҙалана. 2011 йылда йырсы, режиссер А. Йомағоловтың “Ел аулаусы” фильмында төп ролде башҡарып, Рәсәй кимәлендә танылыу яуланы.
М.С. Ғәйнетдинов йөҙөндә мәҙәни йәмәғәтселек илебеҙҙең музыкаль киңлегендә башҡорт сәнғәтенең абруйын арттырыуға булышлыҡ иткән мәшһүр йырсыны юғалтты.
Талантлы һәм сағыу шәхес, һоҡланғыс кеше Мәүлетбай Сөләймән улы Ғәйнетдинов хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Р.З. ХӘМИТОВ, К.Б. ТОЛКАЧЕВ, Р.Х. МӘРҘӘНОВ, Р.С. НОҒОМАНОВ, С.А. МОЛЧАНОВ, А.П. ТРУХАН, Л.С. ҒҮМӘРОВА, И.А. ТАЖЕТДИНОВ, С.Т. СӘҒИТОВ, Й.С. ИЛЬЯСОВА, Ә.И. ШАФИҠОВА, И.И. ЯЛАЛОВ, М.Х. ҒАЙСИН, Р.Т. АҘНАБАЕВ, Л.З. ИСМӘҒИЛЕВА, Ә.Ә. АБУШАХМАНОВ, Г.А. МӨБӘРӘКОВА, Н.Ә. ҒӘЙЕТБАЕВ, Э.М. ДАВЫДОВА, Н.Ж. ҠАДИРОВА, Ф.Ә. КИЛДЕЙӘРОВА, А.М. АЙЫТҠОЛОВ, Р.Ғ. ТУЙСИНА, Т.Х. ҮҘӘНБАЕВА, Ф.Х. САФИН.