Ирек ҡустым бәләкәйҙән бик теремек, ҡыҙыҡһыныусан, һәр күренешкә үҙенсә ҡараған бала булып үҫте. Мәктәпкә барғансы уҡ уҡырға, яҙырға өйрәнде. Шиғырҙарҙы ла тиҙ генә ятлап, бөтә ғаилә алдында аяғөҫтө баҫып тороп һөйләгәне иҫемдә ҡалған. Өйөбөҙҙә, мәктәп һәм ауыл китапханаларында үҙенә оҡшаған бөтә китаптарҙы уҡый ине.
Бер ҡыҙыҡлы ваҡиға онотолмай: һуғыш башланырҙан бер-ике йыл элегерәк Байышта бөтә туғандарыбыҙ йыйылған мәжлестә бер еҙнәйебеҙ Ирек тураһында "профессор булыр был малай!" тип ҡунаҡтарҙы көлдөрөп алғайны. Шунан һуң бөтәбеҙ ҙә уға "профессор" тип өндәшә башланыҡ. Ошо шаярып ҡына "күрәҙәлек ҡылыу" ысынлап та тормошҡа ашты. Ирек үҙе белем алған бөтә уҡыу йорттарында ла бик һәйбәт өлгәште. Байыш ете йыллыҡ мәктәбен маҡтау грамотаһына, 1952 йылда Ырымбур педучилищеһын, 1957 йылда М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының тарих факультетын ҡыҙыл дипломдарға тамамланы. Һәр йылда ла исемле стипендиялар алды.
Өфөгә ҡайтып, Башҡорт дәүләт университетында ике йыл уҡытыусы булып эшләгәндән һуң, артабан Мәскәү дәүләт университетының аспирантураһында уҡый. 1962 йылда кандидатлыҡ, 1981 йылда докторлыҡ диссертацияларын уңышлы яҡлап, бына инде 55 йыл бер урында — Башҡорт дәүләт университетында эшләүен дауам итә. Яңылышмаһам, был – үҙенә күрә рекорд, БДУ тарихында үҙенсәлекле бер күрһәткестер, моғайын.
Ирек Ғайса улы Аҡманов тураһында гәзит-журналдарҙа, фәнни баҫмаларҙа күп яҙылды. Күренекле ғалим-тарихсы булып танылыуы Башҡортостан сиктәрен үтеп, даны алыҫтарға таралды. Эйе, бының өсөн уға бик күп уҡырға, Мәскәү, Ленинград, Өфө, Ырымбур, Ҡазан, Пермь, Силәбе һәм башҡа ҡалаларҙың архивтарында айҙар, йылдар буйы ҡағыҙ туҙаны йотоп, эҙләнеү-тикшеренеү эштәре алып барырға, үҙе инанған фәнни ҡараштарҙы иҫбатлау өсөн күп ҡаршылыҡ-кәртәләрҙе еңергә кәрәк булды.
Ҡустым Иректең үтә лә ябай, ярҙамсыл булыуы уға хас сифаттарҙың береһелер. Беҙҙең Аҡмановтар үҙ иткән бер матур ғәҙәттер был, моғайын: ауылдаштарына, райондаштарына, ғөмүмән, намыҫлы, тырыш кешеләргә, бигерәк тә йәштәргә уҡырға инергә ярҙам итеү һәм башҡа мәсьәләләр буйынса төплө кәңәштәрен биреү — уның тормош ҡағиҙәһе.
Ирек 1965 йылда Иглин районы ҡыҙы Нәғимәгә өйләнә. 1954 йылда Өфөләге республика интернат-мәктәбен көмөш миҙалға тамамлай. М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының химия факультетында уҡый, 1961–1964 йылдарҙа – аспирант. Артабан органик химия буйынса диссертацияһын уңышлы яҡлап, химия фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә лайыҡ була. Башҡорт дәүләт университетында ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент булып эшләй, органик химия кафедраһына етәкселек итә, 100-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. БДУ-ла һәм Өфө ҡалаһында йәмәғәт эштәре алып бара. Уҡыусылар һәм студенттар менән олимпиадалар үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша. Күп һанлы бүләктәргә, "Хеҙмәт ветераны" миҙалына лайыҡ булды.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әрһеҙ, эшсән һәм яратҡан киленебеҙ Нәғимә Әхмәтйән ҡыҙы, ҡапыл ғына ауырып китеп, 2006 йылда вафат булып ҡуйҙы...