Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма20.01.2012
Айһылыу Ғарифуллина һүҙҙәре,
Артур Туҡтағолов көйө.

Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма,
Һыҙылып алһыу таңдар атҡанда,
Ауылымды сорнап аҡ мамыҡҡа,
Аҡ томандар йәйелеп ятҡанда.

Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма,
Тонйорап ҡына ҡояш батҡанда,
Ал ебәк шәл булып, тау иңенә
Эңер күләгәһе ятҡанда.

Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма,
Күҙ ҡыҫышҡан саҡта йондоҙҙар,
Еләҫ елдә рәхәтләнеп кенә
Серем иткән саҡта киң ҡырҙар.

ҠУШЫМТА:
Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма,
Ҡояш көлтә нурҙар һипкәндә,
Сәскәләрҙең көләс йөҙҙәрендә
Ысыҡ тамсылары кипкәндә.


Вернуться назад