Һүҙҙәре лә хатта шифалы11.06.2014
Һүҙҙәре лә хатта шифалы
Һаулыҡтан да ҙур байлыҡ юҡ, ти халыҡ. Ысынлап та, сәләмәтлегең булмаһа, йәшәүҙәре бик ауыр. Әммә хәҙер медицина бик көслө, “һә” тигәнсә аяҡҡа баҫтыралар. Бигерәк тә изге күңелле хеҙмәткәрҙәр тура килһә…


Бер нисә йыл элек, ҡаты сирләп, ҡаланың 1-се клиник дауаханаһына барып эләктем. 1-се нейрохирургия бүлексәһендә дауаланырға тура килде. Табиптарға тәнҡит һүҙҙәрен күп ишетәбеҙ. Ә бына ошо бүлексәлә хеҙмәт итеүселәрҙе, һис шикһеҙ, изге фәрештәләр менән сағыштырыр инем. Етәксеһенән алып йыйыштырыусыларға тиклем барыһы ла миһырбанлы, шәфҡәтле, изге күңелле йәндәр.
Мәҫәлән, байтаҡ йылдар нейрохирургия бүлексәһен етәкләп, әле табип-нейрохирург булып эшләүсе Рәшит Хәйбуллинды бер мин генә түгел, меңәрләгән пациент яғымлы, ярҙамсыл, яҡшы белгес тип таный. Рәшит Ғөбәйҙулла улының килеп инеүе була, палатала ҡояш балҡығандай, күңелдәр яҡтырғандай тойола. Сер түгел, хөрмәтле табиптың дауалау ысулы дарыуҙар менән генә сикләнмәй. Кешегә күп кәрәкме ни – табиптың бер йылмайыуы, ипләп кенә, яҡын итеп өндәшеүе сиреңде һыпырып ташлағандай була. Һүҙҙәре лә шифалы. Бына шундай ҙур дауалау ҡөҙрәтенә эйә ул юғары категориялы табип Рәшит Хәйбуллин.
Байтаҡ һәләт, холоҡ-фиғел быуындан быуынға күсә килә, тиҙәр. Хәйбуллиндарҙың шәжәрәһе хаҡында уйланып, был хәҡиҡәттең хаҡлығына нығыраҡ ышана барам. Сөнки ошо бүлексәнең етәксеһе, медицина фәндәре докторы, профессор, юғары категориялы табип Зөлфиә Хәйбуллинаға ла атаһы һымаҡ яҡшы кеше даны ҡунған. Һис тә осраҡлы күренеш түгел был. Зөлфиә Рәшит ҡыҙының, йәш булыуына ҡарамаҫтан, медицина өлкәһенә мөкиббән бирелеүенә һоҡланып туймайым. Фән докторы дәрәжәһенә өлгәшеүгә күптәрҙең “теше үтмәй” әле. Әлбиттә, пациенттары уны ла яҡшы белгес, үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан етәксе булғаны өсөн хөрмәт итә, изге күңеллелеге өсөн ярата. Эйе, йылы мөнәсәбәт тә ҙур көскә эйә шул.
Баштараҡ әйтеп үтеүемсә, бында һәр хеҙмәткәр пациенттың күңелен арбап алған. Табип-нейрохирург Владимир Никитин да кәңәштәре, уйын-көлкө, шаяртыуҙары менән һәр ауырыуҙың иҫендә ҡала. Үҙе лә, эше лә маҡтауға лайыҡ Владимир Ильичтың. Хужалыҡ эшен алып барыусы Любовь Беляева, өлкән шәфҡәт туташы Лариса Шлейхтарға ла рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Ғөмүмән, нейрохирургияла эшләүсе һәр хеҙмәткәр, белгес минең һауығып аяҡҡа баҫыуыма үҙ өлөшөн индергәндер. Ә бөхтә бүлмәләр, яҡты коридор һәм заманса ҡорамалдар хаҡында һөйләп тораһы ла түгел.
Йомғаҡлау урынына шуны әйтер инем: йәмғиәт яҡшы кешеләргә һыуһағанда бындай шәфҡәтле табиптарҙың, медицина хеҙмәткәрҙәренең барлығы ҙур табыштыр ул. Кешеләрҙе һауыҡтырыусы табиптар үҙҙәре лә иҫән-һау булһын.


Вернуться назад