Архангелдәр, баҡалылар өлгө күрһәтә11.06.2014
Яҙҙың һәм йәйҙең ошо мәлендә генә була торған күңелле мәшәҡәттәргә күмелеп, ваҡыттың уҙғанын да тоймайбыҙ. Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы ла аҙағына яҡынлаша, ни бары 15 көн ҡалды. Өлгөрәбеҙ әле, тип яҙылыуҙы кисектереп килеүҙең, йә булмаһа баҫманың хаҡы артыуына бәйле уны алдырып уҡыуҙан баш тартыуҙың йәки теге-был сәбәпте һылтау итеүҙең һөҙөмтәһе күренә лә башланы.


“Рәсәй почтаһы”ның Башҡортостан идаралығы 9 июнгә ҡарата биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, яҙылыу барышы һис кенә лә ҡәнәғәтләнерлек түгел. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, “Башҡортостан”ды алдырырға теләгәндәр һаны бер ни тиклем аҙыраҡ. Әгәр бөгөндән үк республиканың милли телдәге төп баҫмаһы яҙмышына битарафлыҡ күрһәтеүҙән арынмаһаҡ, тираждың кәмеүенә юл ҡуйыуыбыҙ көн кеүек асыҡ. Ә был, билдәле, беребеҙҙе лә биҙәмәй.
Ҡайҙа матбуғатҡа яҙылыу үҙағышҡа ҡуйылмаған, ҡайҙа яуаплылар ышанысты аҡларға тырыша — шунда баҫмабыҙҙың таралыуы өсөн борсолмаҫҡа мөмкин. Элеккесә Ишембай, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Хәйбулла, Бөрйән, Көйөргәҙе, Дүртөйлө, Күгәрсен райондарында яҙылыуҙың яҡшы барыуы һөйөндөрә. Архангел, Баҡалы райондары, Күмертау ҡалаһы етәкселәренә иһә “афарин!” тип, рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерге килә.
Шул уҡ ваҡытта Белорет, Бәләбәй, Бишбүләк, Благовар, Йәрмәкәй, Мишкә, Шаран, Благовещен райондарында “Башҡортостан”ға яҙылыуҙы ойоштороу һүлпән бара.

Ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ!
Ойошма һәм предприятие етәкселәре!
Зыялылар!


Һеҙҙең һәр ҡайһығыҙҙы, алдағы көндәрҙә ваҡыт табып, почта бүлексәләренә барырға, Мәҙәниәт йылында мәҙәнилек кимәлебеҙҙе күрһәтеп, “Башҡортостан”ға яҙылырға саҡырабыҙ!


Вернуться назад