Башҡортостанда география һәм әҙәбиәт буйынса Берҙәм дәүләт имтихандарының һөҙөмтәләре иғлан ителде.
Республика Мәғариф министрлығының баш белгес-эксперты Жанна Миникәева әйтеүенсә, географиянан һынауҙы 1 259 кеше тапшырған, шуларҙың 140-ы минималь балды йыя алмаған. Биш уҡыусы эшен 100 балға яҙған.
932 бала әҙәбиәттән имтихан тапшырған, шуларҙың 68-е ыңғай баһа алыу өсөн кәрәкле 32 балға эйә булмаған. Иң юғары 100 балды берәү ҙә йыймаған.
29 майҙа сығарылыш класс уҡыусылары урыҫ теле буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырҙы. Башҡортостанда был һынауға 23,5 меңдән ашыу кешенән заявка ҡабул ителгән. Һигеҙ уҡыусы кеҫә телефоны, ”шпаргалка” менән тотолған. Мотлаҡ тапшырылырға тейеш йәнә бер предмет – математика буйынса имтихан 5 июндә үтте. Унда республиканан 23 200-ҙән ашыу үҫмер ҡатнашты. Дүрт кешене ҡыуып сығарғандар. Балаҡатай, Туймазы райондарынан, шулай уҡ Өфөнән бер нисә уҡыусы кеҫә телефоны, “шпаргалка” менән тотолған.
Сит телдәр (инглиз, немец, француз, испан телдәре) һәм физика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы – 2 июндә, информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары, биология, тарих буйынса 9 июндә үтте.
Быйылғы дәүләт имтихандарының төп этабы 19 июнгә тиклем дауам итә.