Күҙ нурың һүнмәһен11.06.2014
Баш ҡалалағы Конгресс-холда офтальмохирургия буйынса үткәрелгән «Көнсығыш – Көнбайыш-2014» халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы барышында Мәскәү, Новосибирск, Екатеринбург, Италия белгестәренең һәм үҙебеҙҙең хирургтарҙың Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында операция эшләүен тура трансляция аша ҡарарға мөмкин булды.


Сарала бөтәһе 700-ҙән ашыу офтальмолог ҡатнашты. Рәсәй, Ҡаҙағстан, Украина, Үзбәкстан, Австрия, Германия, Швейцария, Италия, Вьетнам, Ҡытай, Япония һәм башҡа ил табиптары күҙ ауырыуҙарын дауалау серҙәре менән уртаҡлашты.
Конференцияла 100-гә яҡын сығыш тыңланды. «Рәсәй офтальмология онлайн» электрон мәғлүмәт порталы ярҙамында конференция эше менән донъяның төрлө мөйөштәрендә йәшәгәндәр ҙә таныша алды. Бынан тыш, заманса медицина ҡорамалдары, аппараттары, ғилми әҙәбиәт һәм башҡа яңылыҡтар ҡуйылған күргәҙмә эшләне.


Махеш МОХАНРАДЖ, Һиндостан вәкиле:
– Мәскәүҙәге университеттарҙың береһендә табип һөнәренә уҡып сыҡҡайным. Әле медицина ҡорамалдарын ташыу менән шөғөлләнәбеҙ. Рәсәй баҙарында егерме йылдан ашыу эшләйбеҙ. Өфөгә мин егерме бишенсе тапҡыр килдем. Әлбиттә, был ҡала беҙҙәгеләрҙән бик ныҡ айырыла. Урындағы халыҡ та бөтөнләй икенсе: асыҡ, ҡунаҡсыл. Башҡорт балы һәм ҡымыҙы оҡшай.


Вернуться назад