Моңло бишекле тыуған нигеҙ, ҡәҙерле атай-әсәй, туғандар, яҡты йөҙлө ауылдаштар, яңы ғына бешкән икмәк еҫе... Ҡасан ғына ҡайтма, бында үҙеңде ожмахҡа килеп ингәндәй тояһың. Бындай хис-тойғо ауылда тыуып, ҡалала ғүмер итеүселәрҙең һәр береһенә таныш. Билдәле яҡташтарыбыҙҙың тыуған ерендәге шатлыҡ-һағыштарын үҙ йөрәге аша үткәреүсе Шамил Кучуков быны айырыуса яҡшы белә.
— Тыуған төйәгенән ситтә ғүмер итеүсе һәр кемдең күңелендә ниндәйҙер һағыш ята, — ти ул. — Моңло бишегендә бәүелтеп үҫтергән изге ерҙең ҡөҙрәте шундай ҙур — һәр ваҡыт үҙенә тарта, һағындыра. Унан дәрт-дарман алып, яңы үрҙәргә ҡанатланып юлға сығабыҙ.
— Башҡортостан юлдаш телевидениеһында һин алып барған “Ҡайтайым ауылыма” тапшырыуында был тойғолар айырыуса баҙыҡ сағыла.
— Был проект аша шәхестәребеҙҙең тыуған ергә һөйөүен, эске донъяһын асып һалыу менән бергә ауылдарыбыҙҙың бөгөнгө яҙмышын күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ. Халҡыбыҙ ябай, ихлас, күңеле асыҡ. Шул арҡала тапшырыуҙар еңел әҙерләнә. Ауылдарға бер ниндәй әҙерлекһеҙ барып төшһәк тә, һәр ерҙә үҙебеҙҙе көтөп алынған ҡунаҡтай тоябыҙ, үҙ өйөбөҙҙәге кеүек хис итәбеҙ.
— Тапшырыуҙың тәүге геройы кем булды?
— Билдәле актерыбыҙ — Хөрмәтулла Үтәшев. Республиканың иң йыраҡ райондарының береһе булған Хәйбулланан башланған сәфәребеҙҙең юлы уң булды — шәхестәребеҙ араһында тыуған нигеҙенә беҙҙең менән ҡайтыу теләген белдереүселәр ифрат күп. Ауылы, яҡташтарының яҙмышы өсөн янып-көйөп йәшәй улар.
— Ауылына ҡайтып төшкәс, күңел төшөнкөлөгөнә бирелгәндәр булманымы?
— Булды. Әлбиттә, быны күңел төшөнкөлөгө тип түгел, ә ниндәйҙер һағыш, үкенес кеүек ҡабул итергә кәрәктер. Мәҫәлән, билдәле дикторыбыҙ Флүрә Мурзина атай нигеҙе янында күҙ йәштәрен тыя алманы. Унда берәү ҙә йәшәмәй, иҫке булһа ла, емермәй, бала саҡ хәтирәһе итеп һаҡлайҙар. Флүрә апайҙың бәләкәй ҡустыһы ошо иҫке йорт янында заманса өй һалған.
Геройҙарыбыҙ араһында тыуған ауылын бөтөнләй юғалтҡан кешеләр ҙә булды. Әйтәйек, 21-се төҙөлөш тресы етәксеһе Рәйес Һәүбәнов менән Әлшәй районының Ҡармыш ауылына ҡайтҡайныҡ. Шунда үҫһә лә, ул заманында юҡҡа сыҡҡан күрше ауылда тыуған икән. Нужаны күп күргән етди Рәйес Нуриман улы был хаҡта ҙур тулҡынланыу менән һөйләне.
Мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәттең изге төйәге — Баймаҡ районының Манһыр ауылында ла ике йорт ҡына ҡалған. Данлыҡлы Мөжәүир хәҙрәт тыуған урын булараҡ та билдәле ерҙе Совет власының ҡорбаны тип атарға мөмкин. Шулай ҙа киләсәгенә өмөт ҙур. Ере бәрәкәтле булғанлыҡтан, Манһыр менән ҡыҙыҡһыныусылар күп, тиҙәр. Ҙур ғына мәсете лә бар. Унда Мөжәүир хәҙрәттең ҡәберенә килеүселәр инеп сыға икән. Нурмөхәмәт хәҙрәт иман йортона китаптар бүләк итте.
— Ғөмүмән, һеҙҙең һәр геройығыҙ ауылына ниндәйҙер ярҙам күрһәтә.
— Быны геройҙарыбыҙҙың ауылдаштары араһында ҙур абруй ҡаҙаныуы тип ҡабул итергә кәрәктер. Улар быға тиклем дә яҡташтарын ярҙамынан ташламаған, үтенестәрен ихлас үтәгән. Шуға ла шәхестәребеҙгә бер һүҙһеҙ ышаналар. Осрашҡанда ла һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй уларҙың! Ихлас аралашып, күңелдәрен бушатып ҡалалар. Мәҫәлән, билдәле актриса Рәмилә Сәлимгәрәеванан йырлауын үтенделәр. Рәмилә апай әсәһе иҫтәлегенә “Фатима” йырын башҡарып, инәйҙәр менән хәтирәләргә бирелеп, хистәренә юл ҡуйҙы.
— Үҙең ҡайһы яҡтан? Тыуған ереңә ҡайтып тораһыңмы?
— Күгәрсен районының Волостновка ауыл хакимиәтенә ҡараған Түләбай ауылынанмын. Ҡартәсәйем тәрбиәһендә үҫергә тура килде. Ҡәҙерлемде юғалтҡандан һуң да нигеҙебеҙҙең ҡотон ебәрмәй, ҡайтып торам. Балаларыбыҙ — улыбыҙ Закир, ҡыҙҙарыбыҙ Ләйсән менән Дианаға ла ауыл тәрбиәһе бирергә тырышабыҙ. Йәйҙе гел генә ҡатынымдың тыуған ерендә — Йылайыр районының Һабыр ауылында үткәрәләр. Өфөнөң 136-сы башҡорт лицейында белем алалар, үҙ телебеҙҙә бик матур һөйләшәләр.
Ауылда тыуып, ҡалала ғүмер итеүсе милләттәштәремде тыуған нигеҙен, төйәген онотмаҫҡа, ҡайтып йөрөргә саҡырам. Унда һеҙҙе һәр саҡ көтәләр!
— Ниндәй йыр күңел кисерештәреңә ауаздаш? — тип һораныҡ Шамил Кучуковтан.
— Әлбиттә, “Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма”, — тип яуап бирҙе ул. — Тәпәй баҫҡан төйәгенә йөрәкһенеп ҡайтып барған һәр геройым менән бергә тулҡынланам, үҙ еремә ҡайтҡандай булам. Шунлыҡтан “Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма” йыры — тоғро юлдаш, тойғоларыма ауаздаш.
Ҡайтам әле тыуған яҡтарымаАйһылыу Ғарифуллина һүҙҙәре,
Артур Туҡтағолов көйө.Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма,
Һыҙылып алһыу таңдар атҡанда,
Ауылымды сорнап аҡ мамыҡҡа,
Аҡ томандар йәйелеп ятҡанда.
Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма,
Тонйорап ҡына ҡояш батҡанда,
Ал ебәк шәл булып, тау иңенә
Эңер күләгәһе ятҡанда.
Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма,
Күҙ ҡыҫышҡан саҡта йондоҙҙар,
Еләҫ елдә рәхәтләнеп кенә
Серем иткән саҡта киң ҡырҙар.
ҠУШЫМТА:
Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма,
Ҡояш көлтә нурҙар һипкәндә,
Сәскәләрҙең көләс йөҙҙәрендә
Ысыҡ тамсылары кипкәндә.