Мәскәү өлкәһенең Серпухов районында уҙғарылған Граждандарҙың һаулығын һаҡлау мәсьәләләре буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында Рөстәм Хәмитов “Башҡортостан Республикаһында эшләгән кешеләрҙең хеҙмәтен һәм һаулығын һаҡлау саралары тураһында”ғы доклад менән сығыш яһаны.
Кәңәшмәне ил Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев үткәрҙе. Үҙенең сығышында ул, Рәсәйҙә эшләгән һәр өсөнсө кеше санитар-гигиена нормаларына яуап бирмәгән шарттарҙа хеҙмәт итә, тип билдәләне. Премьер-министр һөнәри хәүефкә идара итеү системаһын ғәмәлгә индереү зарурлығына иғтибарҙы йүнәлтте, предприятиеларҙа хеҙмәт шарттары рейтингын төҙөргә тәҡдим итте. Уның әйтеүенсә, был эшкә йәмәғәт ойошмалары, профсоюздар ҡушыла алыр ине. Бынан тыш, ултырышта иҫкәртеү эшен көсәйтеү, атап әйткәндә, диспансерлаштырыу хаҡында һүҙ барҙы.