2013 йылдың 1 ғинуарынан һуң зарарлы һәм хәүефле хеҙмәт шарттарында башҡарылған эш осоро, ойошма тарафынан страховка иғәнәләренең өҫтәмә тарифы түләнгәндә генә, ваҡытынан алда пенсияға сығыу хоҡуғын билдәләү өсөн махсус стажға инә.
2013 йыл йомғаҡтары буйынса республикала 1 352 эш биреүсе өҫтәмә тарифты түләү бурысын таныны. Ошоға бәйле Пенсия фонды ҡаҙнаһына 750 миллион һум аҡса индерелде. Әммә 58 ойошма өҫтәмә тариф буйынса страховка иғәнәһен күсермәгән. Уларға ҡарата ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы сара күреләсәк.
— 2013 йылда республикала 704 гражданға ошондай хоҡуҡтан файҙаланыу мөмкинлеге бирелгән, — тине Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров. — Республикала ваҡытынан алда түләнгән пенсияны йәмғеһе 12 050 кеше ала. Был ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһы тәғәйенләнгәндәрҙең 22 процентын тәшкил итә.