Депутатҡа — ҙур баһа10.06.2014
Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов Мәләүез районында үткән һабантуйҙа ҡатнашты.


Байрам программаһы йыр-бейеүгә, уйындарға, спорт ярыштарына һәм төрлө бәйгегә бай булды. Ат сабышы, ижади коллективтарҙың концерты барыһының да күңеленә хуш килде. Милли көрәш майҙаны күптәрҙе йәлеп итте. Алыш йомғаҡтары буйынса Альберт Рәхмәтуллин чемпион тип танылды. Уға Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың махсус бүләге тапшырылды. 100 килограмдан артығыраҡ ауырлыҡ категорияһында еңеү яулаған Мансур Юлтимеров менән 75 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында алдынғылыҡты бирмәгән Фәрит Морсалов та депутат ҡулынан бүләк алды.
Байрам тантанаһында Марсель Харис улына “Мәләүез районының почетлы гражданы” тигән исем бирелде.






Вернуться назад