Быйыл Башҡортостанда 50 мең гектар урманды тикшереү күҙаллана.
Был сара урман фондында ҡоротҡостарҙың һәм ауырыуҙарҙың таралыуына кәртә ҡуйыуға йүнәлтелә. Урмандың санитар торошона сифатлы баһа биреү маҡсатында Йоматау участка урмансылығында күсмә уҡыуҙар үткәрелде. Унда 35 урман инженер-патологы, Башҡортостандың Урманды һаҡлау үҙәге вәкилдәре ҡатнашты. Һынау уҙғарылған майҙанда улар ағастарҙың йәшен, бейеклеген, сифатын билдәләү йәһәтенән тәжрибә тупланы.
— Биләмәнең санитар торошона дөрөҫ баһа биргәндән һуң ғына тейешле сараларҙы тормошҡа ашырырға, урмандың хәлен яҡшыртырға мөмкин, — тине Урман хужалығы министрлығының баш белгесе Рафаил Мостафин.