Гәзиткә яҙылыу осоро еттеме, сер түгел, журналист төп эшен ҡайғыртыр урынға икенсе мәсьәлә буйынса баш вата башлай – ниндәй яңылыҡтар килтерер был ярты йыллыҡ: баҫмаларға хаҡ өҫтәлерме, уҡыусылар һаны артырмы? Эштең һөҙөмтәле тамамланыуын юрарға ғына ҡала. Хәйер, тоғро дуҫтар барҙа рухиәт, милли баҫмалар йәшәйәсәгенә иманым камил!
Оло кешене бүлдерергә ярамай: ярылырҙай булып шылтыраған кеҫә телефонына ла иғтибар итмәй, яңы танышымды йотлоғоп тыңлайым. Заманында әсеһен-сөсөһөн күп күргән башҡорт ағайы – Хәсән бабай (исеме шулай булһын) – һүҙен бөгөнгө тормошҡа зарланыу менән осланы ла сумкаһынан бер нисә ҡулъяҙмаһын килтереп сығарҙы. Уларҙы ҡараштырған арала бабайҙан ҡасандан бирле “Башҡортостан” гәзитен алдырғанын һорайым.
– Ҡустым, пенсия әҙ бит, бөтә гәзит-журналдарға ла яҙылып бөтөп булмай. Мин “Аргументы и факты” баҫмаһын ғына алдырам. Һеҙҙең гәзиттәрҙе (башҡорт баҫмаларын. – Авт.) әбей ҡайһы берҙә, магазинға сыҡҡанда ғына, һатып ала, – тимәһенме яңы танышым.
– Эх, бабай, ниңә яҙғандарыңды шул алдырған гәзитеңә ебәрмәйһең? – тип ҡулъяҙмаһын кире тотторорға ынтылғайным да, әлеге шул ҡанға һеңгән әҙәп туҡтатты… Хәйер, бер бабай ғынамы – ҡайһы бер ҙур етәкселәр ҙә гәзит-журналды йә баштарына бәлә төшкәндә, йә сараларын яҡтыртырға кәрәк булғанда ғына иҫтәренә төшөрә. Тик “яҙылыу осоро” еттеме – улар ләм-мим. Бына шулай, яҙырға-яҡтыртырға кәрәк саҡта инәлтмәйбеҙ ҙә ул, “ҡыҙыу мәл” килдеме – үҙебеҙгә инәлергә тура килә…
“Башҡортостан”дың үҙ хәбәрсеһе йөгөн тарта башлағандан алып бер нисә тапҡыр гәзиткә яҙылыу осорон баштан үткәрергә тура килде. Милли баҫмаға яҙылырға “яратмағандарҙан” һәр ваҡыт бының төп сәбәбен һорайым. Гел дә бер үк яуап: ҡиммәт. Әммә был ярты йыллыҡта хатта һорауы ла ҡурҡыныс: хаҡтар (почта аша яҙылыу буйынса), ысынлап та, сүпрә һымаҡ артты. Мәҫәлән, әлегәсә “Башҡортостан”ды төп индекс (50600) буйынса 814, 92 һумға алдырып булһа, киләһе ярты йыллыҡҡа почта аша яҙылыу 1 296, 06 һум тора!
Әлбиттә, хаҡ артыуының сәбәбен редакцияларға бәйләп, хәбәрселәрҙе ғәйепләүселәр ҙә юҡ түгел. Әммә беҙҙән генә торһа икән. Барыһы ла Хөкүмәттең “Рәсәй почтаһы”на дотация биреүҙән баш тартыуынан шул. Ярай ҙа, гәзит-хаттар ваҡытында килеп етһә, бер хәл. Ҡалала йәшәп тә аҙнаһына дүрт тапҡыр килгән “Башҡортостан”ды ун көнгә һуңлап уҡырға мәжбүр булғандар ҙа күп. Ә шәхсән миңә ярты ай инде гәзит килтермәйҙәр.
Эйе, матбуғатҡа яҙылмаҫ өсөн төрлө сәбәп табырға мөмкин. Әммә тоғро дуҫтар барыбер ҙә юлын таба: йә һуңлап булһа ла баҫманы ҡулына алырға риза, йә альтернатив юлдарҙы һайлай. Мәҫәлән, “Стәрлетамаҡ-матбуғат”, “Урал-пресс Евраз” ойошмалары аша яҙылһаң, гәзит арзаныраҡҡа төшә, ваҡытында килә лә. Әйтәйек, 2014 йылдың икенсе яртыһында “Стәрлетамаҡ-матбуғат” аша “Башҡортостан”ды ни бары 873 һумға алдырырға була. Әйткәндәй, республика баҫмаһына редакция аша яҙылыу ысулы ла бар: ул саҡта 712 һум түләйәсәкһең.
Милли матбуғатты тоғро юлдаш итеп алған дуҫтарыбыҙ хаҡында ла әйтмәй булдыра алмайым. Беҙ күҙ төбәп торған мәғариф, сәнғәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре бер ҙә һынатмай. Тап улар йәмәғәтселектең аң, рухиәт кимәлен үҫтерә лә инде. Ә гәзит-журнал уҡымай тороп, белемле, мәҙәниле булыу мөмкин түгел.
Һөҙөмтәләргә күҙ һалам да рухлы, милли үҙаңлы кешеләрҙең арта барыуына һөйөнәм, шөкөр ҡылам. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡта һуңғы бер йылда ғына “Башҡортостан”ды алдырыусылар һаны 10 тапҡырға (!) артты. Һуңғы йылдарҙа гәзиттең йөкмәткеһе лә, йөҙө лә үҙгәреүен күргән, баҫманың ҡәҙерен белгән уҡыусылар күбәйҙе. Тимәк, ҡалабыҙҙа башҡорт матбуғаты йәшәйәсәк, тип һығымта яһарға була. Эх, шул тоғролоҡ һаҡланһын ине ул!
Рәмил МАНСУРОВ,
“Башҡортостан” гәзитенең
үҙ хәбәрсеһе.