Иртәнге ысыҡты ярып, ҡоштарҙың бер-береһен уҙҙырып һайраған тауышына ҡолаҡ һала-һала һыйыр һауырға барғанда, Миңзәлә Ғәлләм ҡыҙы үҙенең тап ошо илаһилыҡты күреү бәхетен кисереүенә шатланһа, икенсе яҡтан тәрән уйҙарға ла сума. “Һауымды арттырыуҙа әле күпереп баш ҡалҡытҡан үләндең шифаһы күп, ана, хуш еҫле сәскәләрҙең дә иң татлы һутҡа тулышҡан мәле. Ямғырҙың булмауы ғына үләнде ҡатырмаһа инде”.
Бына инде 34 йылдан ашыу иртәнге әтәс ҡысҡырыуынан башлап, киске ҡояш байыуға тиклем шулай уҙа Әбйәлилдең иң уңған һауынсыһы Миңзәлә Дауытованың һәр көнө. 2004 һәм 2008 йылдарҙа район буйынса иң яҡшы һауынсылар конкурсында беренселекте яулаһа, 2008 йылда – Әлшәй, 2010 йылда Стәрлетамаҡ районында үткән республика бәйгеһендә ҡатнашты. Был юлы ла өлкән йәштәге һауынсылар араһында ул беренселекте алды.
Малды йәйләүгә күсереү менән йыл һайын район хужалыҡтарында иң яҡшы һауынсылар һәм малдарҙы яһалма ҡасырыусы белгестәр араһында бәйге ойошторола. Был юлы ярыш “Аграрий” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Ҡырҙас йәйге лагерында үтте. Конкурста ҡатнашыу өсөн 14 һауынсы һәм дүрт техник-осеменатор килгәйне. Тәүҙә теория буйынса һынау тотһалар, артабан һөт һауыу ҡорамалын тиҙ арала һүтеп, кире йыйҙылар, һәүкәштәрҙе һауынға әҙерләп, һауып, баһалама ағзаларына тапшырҙылар.
Малдарҙы яһалма ҡасырыу – бөгөн заман талабы. Хужалыҡта был эш яҡшы ойошторолған икән, мал һанының кәмеүенә юл ҡуйылмаясаҡ. Шуға күрә районда техник-осеменаторҙарҙың ярышына етди иғтибар бирелә. Быйыл, ҡатнашыусыларҙың аҙ булыуына ҡарамаҫтан, талаптар шул килеш ҡалды, абруйлы жюри алдында һәр береһе һынау тотто, махсус бүлектә тәжрибә эшләп күрһәтелде. Беренсе урынға “Красная Башкирия” ауыл хужалығы кооперативынан Илгиз Йомағужин лайыҡ булһа, икенсе урында — Рәйсә Шәмсетдинова, өсөнсөлә — Гүзәл Һибәтуллина.
Һауынсылар өс төркөмгә бүлеп баһаланды. Оло йәштәге һауынсылар араһында еңеүсе булып Миңзәлә Дауытова билдәләнде, урта йәштәгеләр араһында Гүзәлиә Ғибәҙәтоваға тиңләшеүсе табылманы. Ир-егеттәр араһында иң шәбе булып Илгиз Көҫәпҡолов танылды. Еңеүселәрҙең барыһына ла бүләктәр, диплом һәм маҡтаулы таҫма тапшырылды.
Был көндә ябай һөнәр эйәләренә ҡарап, йәнә бер ҡат уларҙың эше бик еңелдән булмауына инандыҡ. Ҡармы, буранмы, ямғырмы, томра эҫеме — улар һәр саҡ яратҡан эшенә ашыға, үҙҙәренең ябайлығы, баҫалҡылығы менән хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәтә.