Урындағы үҙидара: иҫәпкә бар, һанға юҡ10.06.2014
Урындағы үҙидара органдары өсөн кадрҙар әҙерләгәндә уларҙың артабан шул өлкәлә күпмелер ваҡыт эшләргә бурыслы булыуын закон тәртибендә нығытыу мөһим. Рәсәйҙең Төбәктәр үҫеше министрлығы ил Хөкүмәтенә ошо турала тәҡдим индерҙе, тип хәбәр итә “Известия” гәзите. Проект, хуплау табып, Дәүләт Думаһына тапшырылған. “Ошо юл менән урындағы кадрҙар мәсьәләһе хәл ителә башлар” тигән өмөт белдерә министрлыҡ.



“Тура бәйләнеш” тә раҫлай

“Урындағы үҙидара — граждандарға иң яҡын власть, ул көндәлек мәҙәни-көнкүреш ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү, урамдарҙы төҙөкләндереү кеүек эштәр менән шөғөлләнә. Уның хеҙмәтенә ҡарап, халыҡ дәүләттең эш сифаты тураһында фекер йөрөтә”, — тип тәҡрарлауҙан туҡтамайҙар юғары даирәләрҙә.
Кремлдә урындағы үҙидара органдарының эшмәкәрлегенә ҡарата ризаһыҙлыҡ көсәйә барыуына сәбәп тә бар кеүек. Быны Рәсәй Президенты Владимир Путиндың граждандар менән йыл һайын телевидение аша уҙғарған “тура бәйләнеш”е лә раҫлай. Хатта балалар майҙансығы төҙөтөү өсөн ярҙам һорап, ил башлығына мөрәжәғәт итеүселәр ҙә юҡ түгел. Ошо хәлгә үҙенсә баһа биреп, “Независимая газета”ла бер чиновник: “Урындағы депутаттарҙың, ваҡ-төйәк етәкселәрҙең башбаштаҡлығы, һаңғыраулығы федераль властарҙың тырышлығын юҡҡа сығара”, тип тә яҙып сыҡты.

20 йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә...

Ләкин, төптән уйлап ҡарағанда, бөтә ғәйепте урындағы үҙидараға ҡайтарып ҡалдырыу дөрөҫ тә, ғәҙел дә булмаҫ ине. “Власть вертикале”н нығытыу барышында үҙәкләштереү һуңғы дәрәжәгә етеп көсәйгәндә, властың барлыҡ тармаҡтарында бер-береңә һалышыу кәйефе өҫтөнлөк алып, Мәскәүгә ҡарап ҡатып ҡалғанда, иң түбән ҡаттағы хәлдең башҡаса булыуына өмөтләнергә нигеҙ ҙә юҡ. Рәсәй Конституцияһы буйынса (12-се статья) урындағы үҙидара дәүләттән айырылған һәм, хоҡуҡтары нигеҙендә үҙаллы хеҙмәт иткән граждандар власы булараҡ, эшмәкәрлеге махсус закон менән көйләнә. Шулай ҙа, барлыҡҡа килеүенә 20 йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, исеме есеменә һис тап килмәй. Ул, айырыуса ауыл биләмәләрендә, власть булыуҙан бигерәк, дәүләт органдары күрһәтмәләрен үтәгән урын тип кенә ҡабул ителә. Ошо йәһәттән быйылғы Урындағы үҙидара көнөнә арналған сарала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов муниципалитет етәкселәрен граждандарҙы борсоған мәсьәләләрҙе юғарынан күрһәтмә көтмәй генә хәл итергә саҡырҙы.
Социаль-көнкүреш, мәҙәниәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау тармаҡтарында ауыл биләмәләренең конституцион бурыстарын атҡарыу ныҡлы сикләнгән, хәлдең киләсәктә яҡшы яҡҡа үҙгәреренә нигеҙ ҙә күренмәй.

Тарихи хәҡиҡәт

Теге йәки был мәсьәләне өйрәнеүҙе уның тарихи нигеҙен асыҡлауҙан башларға кәрәк, тип өйрәтә фән. ХХI быуат башы өсөн ҡырағай тойолған был күренештең тарихи ғына түгел, иҡтисади-финанс, социаль һәм хатта милли сәбәптәре бар. Ғәҙеллек өсөн шуны билдәләү мөһим: батша Рәсәйендә урындағы үҙидара, айырыуса ер биләүгә аҫабалыҡ хоҡуғынан файҙаланған башҡорттарҙа, тейешле дәрәжәлә көйләнеп, барлыҡ хужалыҡ-көнкүреш ихтыяжын уңышлы атҡарған. Башҡорт йәмәғәтселегенең хатта мәғариф, нәшриәт кеүек өлкәләрҙә лә дәүләттән бер ниндәй ярҙам алмай, үҙ иҫәбенә көн итә алыуы яҡшы билдәле.
Эйе, ул дәүерҙә илдең административ-территориаль бүленеше лә әлеге кеүек көсһөҙ, бәләкәй генә райондарҙан түгел, ә үҙәк ҡалаһы (тимәк, аҡсалы һәм ҡаҙналы) булған өйәҙҙәрҙән һәм хәҙерге район дәүмәлендәге улыстарҙан торған. Бындай бүленеш капиталистик хужалыҡ итеү алымдарына тап килгән. Улысҡа старшина етәкселек иткән. Уның аппараты, хәҙерге район хакимиәтенән айырмалы, писарь менән тылмастан артмаған. Был да аңлашыла: башҡорт хужалығы хәҙерге ише чиновниктар тарафынан түгел, ә үҙ алдына алып барылған, һәм уға ситтән бер кем дә ҡыҫыла алмаған.

Совет власы һәм ысынбарлыҡ

Совет власы, быуаттар буйына формалашҡан, сәғәт кеүек эшләгән системаны емереп, юғарынан килгән күрһәтмә буйынса идара ителгән, фәнни телдә әйткәндә, “административ-бойороҡ иҡтисады”н ҡора. Дөрөҫ, ул да заманында көйлө генә алып барылды кеүек: кешеләр колхоз һәм совхоздарҙа бил бөктө, уларға хеҙмәт хаҡы ла түләнде. Үҙаллы власть дәрәжәһенә ҡәҙәр күтәрелә алмауына ҡарамаҫтан, ауыл Советтарының да ил хужалығын үҫтереүҙә өлөшө булды.
Ләкин, батша Рәсәйенән айырмалы, совет системаһы буйынса эшләгән ауыл һәм район властарының хоҡуҡтары старшинаныҡына ла тиңләшә алманы. “Башҡорт энциклопедияһы”нан күренеүенсә, башҡорт старшинаһына яһауылдар, йөҙ баштары, писарҙар һәм башҡалар буйһонған. Уға ер буйынса килешеүҙәр төҙөүҙе, никах мәсьәләләрен, халыҡтың күсенеүен күҙәтеү, сауҙагәрҙәргә ярҙам итеү, бәхәстәрҙе хәл ҡылыу кеүек бихисап бурыс йөкмәтелгән.
Баҙар иҡтисады, Совет власының кире өлгөһөн яңы ерлектә ҡабатлап, колхоз һәм совхоздар менән берлектә, ауылдарҙағы үҙидараны ла юҡҡа сығарҙы. Шул рәүешле иҡтисадһыҙ һәм ҡаҙнаһыҙ власть барлыҡҡа килде. Улар Себер тарафтарында йәки ҡалала эшләп, ғаиләһенә айына бер ҡайтып күренгән граждандарҙан һалым түләтә алмай. Ә яғыулыҡ-майлау материалдарына акциздар, закон боҙған өсөн штраф, ҡуртымға ер алған өсөн түләү иҫәбенә генә мул ҡаҙна туплау мөмкин түгел. Пенсионерҙары ғына ҡалып барған ауылдарға инвесторҙар барырға ашыҡмай, сөнки унда өр-яңынан хужалыҡ ҡороп ултыртыу өсөн бик күп капитал кәрәк.

Кемдең өлгөһө отошло?

Урындағы үҙидара эшмәкәрлеген ҡайһы илдәр өлгөһөндә ойоштороу отошло? Ошо хаҡта фекер алышыу дауам итә. Берәүҙәр Европа тәжрибәһен ыңғай тип тапһа, икенселәр АҠШ-тыҡына өҫтөнлөк бирә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, батша Рәсәйе ғәмәленә ҡараш ташлаусылар ғына күренмәй. Әйтәйек, мәрхүм Александр Солженицындан айырмалы. Баҙар иҡтисады өлгөләрен индерә башлағанда, сит илдәрҙе ҡабатларға тырышыу арҡаһында ебәрелгән хаталар, күрәһең, һабаҡ булмаған. Ә бит немец өсөн ҡулай тәртиптең урыҫҡа үлемгә тиңлеге хаҡында әйтем дә бар!
Урындағы үҙидараны ватан тәжрибәһе нигеҙендә яйға һалыу, әлбиттә, иң уңайлыһы, һис юғында генетик кимәлдә. Тик бының өсөн илдә субъекттарҙың хоҡуҡтарын киңәйтеүҙе күҙ уңында тотҡан федерализм принцибының ғәмәлдә эш итеүе, чиновниктар армияһының баҫымын сикләү маҡсатында административ реформаны логик аҙағына еткереү, һалым сәйәсәтен урындағы үҙидара файҙаһына ҡайтанан ҡарау, властарҙың граждандар контроленә күсеүенә өлгәшеү һәм башҡа ғәмәлдәрҙе башҡарыу фарыз. Демократик йәмғиәттәр тап ошо ҡанундар иҫәбенә үҫешкән, һәм был йәһәттән Рәсәй, кемдәрҙер киреһен иҫбатларға тырышыуға ҡарамаҫтан, иҫкәрмә түгел.
Башҡортостан Президенты хаҡлы: иҡтисади, финанс нигеҙен нығытмайынса, үҙаллы ҡаҙнаһын булдырмайынса, урындағы үҙидара орган конституцион бурыстарын атҡарырға һәләтһеҙ булып ҡаласаҡ. Ил бюджетының өстән бер өлөшө оборонаны, көс ведомстволарын аҫрауға (төрлө кимәлдәге депутаттар һәм чиновниктар был иҫәпкә инмәгән) китеп торғанда, ысынлап та, муниципалитеттар иҡтисадын үҫтереүгә аҡса бөтөнләй ҡалмай шул.

“Батыусыны ҡотҡарыу — батыусының үҙ хәстәре”, тиҙәрҙер...

Тағы ла бер үтә мөһим әйберҙе иғтибар үҙәгенән төшөрөп ҡалдырырға ярамаҫ: ни өсөн сирек быуат элек башланған реформалар, исмаһам, бер генә тармаҡта булһа ла ыңғай һөҙөмтә бирмәй? Дөрөҫ, был һорау буйынса баш ватҡандар Кремлдә генә түгел, хатта илдең вәкәләтле органында — Федераль Йыйылышта — күренмәй. Ысынлап та, ни өсөн? Яуап байтаҡ, ләкин хәл иткесе берәү генә: реформаларҙы үткәреүҙә халыҡ фекере иҫәпкә алынмай, ә закон проекттары һәм башҡа әһәмиәтле документтар юғары кабинеттарҙа йәмәғәтселек фекерен һанға һуҡмай ғына ижад ителә һәм, билдәле, уңышһыҙлыҡҡа дусар була.
Юғары даирәләрҙә, бәлки, Остап Бендерҙың “батыусыны ҡотҡарыу — батыусының үҙ хәстәре” тигән “ҙур асышы”нан сығып, урындағы үҙидара үҙен-үҙе күтәрһен, тип иҫәпләйҙәрҙер. Рәсәй йәмәғәтселеген ҡырағай баҙар ҡосағына (граждандары булмаған илдәрҙә шундай хәлдәр ҙә осрай) ташлаған 90-сы йылдарҙың тиңдәшһеҙ “тәжрибәһе”, әлбиттә, төрлө сәйәси, социаль-иҡтисади сәбәп арҡаһында Мәскәүҙән башланды. Хәҙер иһә илдең баш ҡалаһы хатаны төҙәтеүгә үҙ өлөшөн индерергә бурыслы. Башҡа юл күренмәй.

Мәхмүт ХУЖИН,
публицист.



Вернуться назад