Еңел быу менән!21.01.2012
Еңел быу менән!Ял көндәре етеү менән барыбыҙ ҙа тиерлек мунсаға ашыға. Аҙна буйына йыйылған мәшәҡәттәр йөгөн күңелдән һыпырып алып ташларға ваҡыт!

Мунсаның да төрлөһө бар

Мунсаның һәр яҡлап таҙарыныу менән бергә дауалау көсөнә эйә икәнлеген элек-электән белгәндәр. Уны төрлө халыҡ үҙенсә төҙөгән һәм файҙаланған.
Мәҫәлән, боронғо грек тарихсыһы Геродоттың яҙмалары буйынса, скиф ҡәбиләләренең мунсаһы тирмәне хәтерләткән. Улар һайғауҙарҙы ҡыялатып һөйәп, иң остарын берләштергән һәм өҫтөн йөн кейеҙ менән ҡаплаған. Эстә һыу тултырылған ҡаҙан ултырған, уның аҫтына ҡыҙған таш һалғандар. Ә Американың ҡайһы бер индеецтары әле һаман конус формаһындағы тәпәш ҡыуышҡа оҡшаған мунсаларҙы хуш күрә. Уларҙың эсендәге ер, ҡаҙылып, бер аҙ тәрәнәйтелгән була, урталағы соҡорға ҡыҙған таштар ташлап, һыу һибәләр. Бындай алым туристар, экспедицияға йөрөүсе кешеләр араһында ла киң таралған.
Боронғо Көнсығыш илдәре — Һиндостан, Ҡытай, Мысырҙа иһә электән үк бар уңайлыҡтары булған мунсалар төҙөгәндәр. Мәҫәлән, Ҡытайҙа XVII быуатта уҡ йыуыныу урындарында дауалаусылар эшләгән. Ғалимдар әйтеүенсә, Боронғо Грецияла табип Гиппократ ауырыуҙарҙың күбеһенә мунса процедураларын үтергә тәҡдим иткән. Был илдә һәм Боронғо Римда, уларҙы Александр Македонский яулап алғандан һуң, Көнсығыш тибындағы эҫе иҙәнле мунсалар таралған.
“Рим империяһының бик оҙаҡ — ун быуатҡа яҡын йәшәүендә мунсаларҙың роле ҙур”, — тигән фекер йөрөтә икән ҡайһы берәүҙәр, сөнки дәүләт кимәлендәге барлыҡ мөһим мәсьәләләр фәҡәт унда тикшерелеп, ҡарарҙар ҡабул ителгән.

Миндегенә ни етә!

Бөгөнгө заманда ла мунса һәр кемдең йәшәү рәүешенә үтеп ингән. Ул һәр илдә үҙенсә атап йөрөтөлә, йыуыныу алымдары ла төрлөсә. Мәҫәлән, япондарҙың мунсаһы “офуро” тип атала, унда мискәләге эҫе һыуҙа йыуыналар ҙа ҙур булмаған бассейнда сайынып ҡуялар. Төрөктәрҙең “хаммам”дарында тәүҙә эҫе мәрмәр урындыҡҡа ятып йылыналар, массаж яһаталар, ҡаты йөндән эшләнгән бирсәткәләренә һабын һөртөп ышҡыналар ҙа һалҡын һыу менән ҡойоналар. Финдарҙың саунаһындағы эҫелек 130 — 150 градусҡаса етә, был тәндәге шлактарҙы сығарыуға булышлыҡ итә.
Ә беҙҙең миндек менән сабыныуыбыҙ төрөктәрҙең массажынан һис тә кәм түгел! Был процедура өсөн айырыуса ҡайын миндеге файҙалы тип иҫәпләнә. Ул нервыны тынысландыра. Ағас ботаҡтарының араһына төрлө дарыу үләндәрен дә ҡушып бәйләһәң, шифаһы тағы ла көслөрәк. Имән миндеге иһә майлы тирене һығылмалы итә. Ҡарағаттың витаминға бай япраҡтары тын юлдарын киңәйтә. Ә хуш еҫе үҙе ни тора!
Миндекте тәбиғәттең уянып, файҙалы матдәләрҙе туплаған мәлендә йыйыу яҡшы. Халыҡ араһында “май миндеге” тигән һүҙ юҡҡа ғына киң таралмаған.
Сабыныуҙың үҙ ҡағиҙәләре лә бар. Унда инер алдынан сәсте һыуларға ярамай, башты ҡапларға кәрәк — хәл бөтөүе бар.
Әгәр миндек кипкән икән, уны тәүҙә йылы һыуҙа тотоп алығыҙ, унан ҡайнар һыу һалығыҙ. Юғиһә япраҡтары ҡойолоп бөтәсәк.
Бер үҙең сабыныу ауырға төшәсәк, арыта, һөҙөмтәлә мунсанан ҡәнәғәт булмай, йонсоп сығып китеүең бар. Шунлыҡтан икәү барып, бер-береңде сабындырыу яҡшыраҡ. Миндек менән һуҡҡанда тән ауыртырға тейеш түгел. Иң тәүҙә уны йылынһын өсөн юғарыға күтәреп, бер нисә тапҡыр һелкеп алығыҙ. Тирләгәндән һуң сабындырыуҙы көсәйтә алаһығыҙ.
Миндек ебетелгән һыуҙа сәсте сайҡатырға мөмкин.

Талаптарҙы үтәгеҙ

Алдан әйтеп үтеүебеҙсә, мунса инеү таҙарынып сығыу ғына түгел, ә дауаланыу ҙа. Әммә саманы оноторға ярамай.
Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, мунса инеү спорт күнекмәһендә булыуға тиң. Эҫе быу тәьҫирендә тәндең барлыҡ ағзалары ла ҙур көсөргәнеш кисерә. Шунлыҡтан да мунса ултырып эшләгән хеҙмәткәрҙәр өсөн айырыуса файҙалы — тәндең хәрәкәтсәнлеге яйға һалына, көс, һығылмалылыҡ, таһыллыҡ арта.
Мунсала ҡан тамырҙарына, температураның ҡапыл үҙгәреүенән, үҙенсәлекле гимнастика яһалғандай була — улар быуҙа киңәйә, һалҡын һауала ҡыҫыла. Башҡа эске һәм тышҡы ағзалар ҙа таҙарына, тиренең өҫкө ҡатындағы үле күҙәнәктәр юҡҡа сыға. Бер ниндәй косметик битлек кәрәкмәй! Мунсала тән таҙарынып ҡына ҡалмай, уның физиологик үҙенсәлектәре ыңғай яҡҡа үҙгәрә, матдәләр алмашыныуы яҡшыра. Тимәк, кәүҙә ауырлығы менән йонсоғандарға айырыуса файҙалы, бер аҙ ябығырға ла мөмкин.
Шулай ҙа, һәр саҡ ярҙам итә тип, мунсанан гел ыңғай һөҙөмтәләр көтөргә ярамай. Уның да үҙ ҡағиҙәләре бар. Мәҫәлән, хроник ауырыуҙар көсәйгәндә, тән температураһы юғары саҡта, төрлө йөрәк сирҙәрен кисергәндән һуң, ҡандың аҙлығы, гепатит, тән, күҙ, ҡолаҡ ауырыуҙарынан яфаланғандарға, йөклө ҡатындарға сабына торған урынға инеү ҡәтғи тыйыла. Ҡайһы берәүҙәр үҙен насар тойғанда ла мунсаға ашыға. Ярамай. Хәлегеҙ, киреһенсә, киҫкенләшер.
Мунсаға ныҡ туйған килеш йәки ас барырға кәңәш ителмәй. Аҙ калориялы ризыҡ ашарға тәҡдим ителә.
Ингәс тә ләүкәгә менмәгеҙ, бер аҙ аҫта ултырып тороғоҙ. Тәүге тапҡыр эҫе быу бүлмәһенә инеүсегә — биш минуттан, ә миндеккә өйрәнгән кешегә ярты сәғәттән ашыу сабынырға ярамай. Быуҙан һуң шунда уҡ һалҡын бассейнға ырғырға ла ынтылмағыҙ. Һалҡын һыу эсеү ҙә ҡәтғи тыйыла, үлән төнәтмәһенән яһалған ҡайнар сәй эсегеҙ.
Мунсала ике-өс сәғәттән ашыу ултырыуҙың да һаулыҡҡа зыян килтереүе бар. Ошо арауыҡта эҫе быуға әҙерлек, сабыныу, йыуыныу процедураларын башҡарып, ял итеп өлгөрөргә тейешһегеҙ.
Йәш, матур, сәләмәт булғығыҙ киләме? Улайһа, мунсаға йышыраҡ йөрөйөк, дуҫтар! Кинолағы кеүек, бәлки, ҡайһы берәүҙәргә ғүмерлек бәхетен дә табырға ярҙам итер.


Вернуться назад