Йәйге ял башланды. Күптәр уны сит илдә үткәрә. Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығында билдәләүҙәренсә, ил сиге аша сыҡҡанда күңелһеҙ хәл булмаһын өсөн Идаралыҡтың сайтында урынлаштырылған “Башҡарыу эштәренең мәғлүмәттәр банкы”на мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Был базанан үҙеңдең генә түгел, яҡындарыңдың да теге йәки был түләүҙәр буйынса бурысы булыу-булмауын белергә мөмкин. Юридик берәмектәр килешеү төҙөгәндә үҙенең контрагенты тураһында мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә.
“Мәғлүмәттәр банкы”нан файҙаланыу бик еңел. Кешенең фамилияһын, исемен, атаһының исемен, юридик берәмектең атамаһын йәки башҡарыу эшенең номерын индереү етә — бурыс тураһындағы мәғлүмәт экранда сағыла.
Штрафтарҙы ваҡытында түләмәгән өсөн, ҡануниәткә ярашлы, 15 тәүлеккә ҡулға алыуҙары ихтимал. Ундай бурысты хәҙер компьютер эргәһенән китмәйенсә ҡаплатырға мөмкин. Әгәр электрон янсыҡ юҡ икән, сайттан квитанцияны сығарып алырға һәм касса аша түләргә була.