Лайыҡлылар баһаланды10.06.2014
Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының указдарына ярашлы, Баҡалы районындағы “Бозор” ауыл хужалығы кооперативы һауынсыһы Алчинова Вера Михайловна, Туймазы районындағы “Нерал-Матрикс” ауыл хужалығы предприятиеһының машина менән һауыу операторы Андрусенко Светлана Анатольевна, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының социаль-гуманитар үҫеш департаменты директоры Ғарифуллина Зөлфиә Нәзиф ҡыҙы, “Әбйәлил сорт участкаһы” йәмғиәтенең баш агрономы Гусев Алексей Борисович Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде;
Әбйәлил районындағы Амангилде үҙәк ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Ҡадиров Дәүләт Зиннур улына – “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”, Әбйәлил районындағы “Аграрий” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте малсыһы Ғәлекәев Айрат Әғзәм улына, ”Үҙәк” машина-технологик станцияһының Туймазылағы “Башаҡ” филиалы механизаторы Латипов Рәсүл Мөғәлим улына, Баҡалы районындағы “Дружба” ауыл хужалығы кооперативы тракторсыһы Хәбибуллин Риф Әхмәҙин улына – “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре”, Туймазы үҙәк район дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Беляева Ирина Григорьевнаға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған врачы” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.


Вернуться назад