Бәхет төнө07.06.2014
Н. Әхмәҙиев һүҙҙәре З. Сафиуллин көйө

Ҡайындары ай-һай аҡ икән,
Һөйөү менән тулы саҡ икән,
Ҡайындарҙан яҡты моң тама.

Ҡушымта:
Был бит бәхет төнө –
Эҙлә бәхетеңде,
Юҡ, йоҡлама, егет, йоҡлама.

Егет яна ҡыҙға күҙ атып,
Һандуғастар йөрөй оҙатып,
Йондоҙҙарҙан ынйы һибелә.

Ҡушымта:
Табышалар парҙар,
Ҡауышалар йәрҙәр,
Юҡ, бәғерем, юҡ бит һин генә.

Бәхет төнө уҙып китерме,
Беҙгә бәхет биреп китерме?
Ҡайындарҙан һора, ҡайындан...

Ҡушымта:
Күңелемдең күркен
Яулай алмаѕ бер кем –
Исемдәре ҡайып яҙылған.


Вернуться назад