Серле доңъя07.06.2014
Нисек бәхетле булырға? Был һорауға яуап табыуы еңел кеүек. Ни бары телевизор тоҡандырып йәки урамға сығып аҙым һайын тәҡдим ителгән рекламаға ҡарау ҙа етә. Уларҙың һәр икенсеһе беҙгә бәхет тойғоһон вәғәҙә итә. Дөрөѕ, бының өсөн түләргә кәрәк. «Шуны-шуны һатып ал да бәхетле бул”, – ти һатыусылар. “Беҙгә ышанығыҙ ҙа бәхет табығыҙ”, – ти теге йәки был дини ағым ағзалары. “Беҙҙе тыңлап йәшәгеҙ һәм барыһы ла яҡшы буласаҡ”, – ти властар.



Күреүебеҙсә, тегендә лә, бында ла бәхетте тауар итеп ҡылыҡһырлайҙар. Уны йә һатып алырға, йә нимәгәлер алмаштырырға кәрәк. Беҙ быға ышанабыҙ, көн һайын күберәк һатып алабыҙ, тик көткән бәхет кенә һаман юҡ. Бәлки, уны һатып алыу кәрәкмәйҙер, уның сығанағы әйберҙә түгел, үҙебеҙҙең эстә түгелме икән? Әллә бәхет бөтөнләй юҡмы?
Бәхет бар! Быға шик юҡ. Донъяла был ғәжәйеп хисте татымаған бер генә кеше лә юҡтыр. Тик ул бер ҡасан да оҙаҡ дауам итмәй, йыш та килмәй, эйе бит? Бала сағығыҙҙы хәтергә төшөрөгөҙ әле йәки балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ ҡылыҡтарын күҙәтегеҙ. Сабыйҙарға бәхет өсөн сәбәп кәрәкме? Юҡ, әлбиттә. Уларҙың бәхет тойғоһо бөтмәй, юғалып торһа ла, оҙаҡҡа түгел. Шундай һығымта яһарға мөмкин: өлкәнәйә килә шатлыҡ, бәхет өсөн күберәк кәрәк була бара. Ә бит өлкәндәрҙең мөмкинлектәре, юлдары күберәк. Тик файҙаланабыҙмы уларҙы? Белгестәр фекеренсә, балалыҡтан сығыу менән кешелек өсөн мөһим тәбиғи, яһалма булмаған үѕеш программаһы менән бәйләнеш өҙөлә.
Тик беҙҙең маҡсат, тәрәнгә төшөп, ҡатмарлы терминдар өйрәнеүҙә, ниндәй ҙә булһа фәнни сәбәптәр эҙләүҙә түгел. Һәр кемгә ябай ғына кеше бәхете кәрәк. Шуға күрә “Нисек бәхетлерәк булырға?” тигән һорау бөгөн күптәрҙе борсой. Әлбиттә, был йәһәттән кәңәштәр менән Интернет, китаптар тулған, психологтар төрлө тренингтар үткәреп тора. Иң мөһиме, моғайын, быға эстән әҙер булырға кәрәктер.


Вернуться назад