Ғаилә, һаулыҡ, күңел тыныслығы...07.06.2014
Ғаилә, һаулыҡ, күңел тыныслығы...
Һәр кемдең бәхетле булғыһы килә. Тик һәр беребеҙ был төшөнсәне үҙенсә аңлай. Яман сир менән яфаланған кешегә сәләмәтлектән дә ҙурырағы булмаһа, яңғыҙҙар мөхәббәт, ғаиләне иң ҙур бәхет тип иѕәпләй. Өсөнсөләр өсөн байлыҡ, етеш тормош, власть мөһимерәк, ә кемдер үҙенә донъяла урын табып, теләгәненсә йәшәһә – тулыһынса ҡәнәғәт. Ә һеҙҙең өсөн бәхет нимә аңлата?


Айҙар, йәш атай:
– Ғаиләм! Ике йыл элек тәүге мөхәббәтемә өйләндем. Белһәгеҙ икән нисек уның артынан йөрөгәнемде! Күктән ай менән йондоҙ алып бирергә, хатта уның өсөн ғүмеремде ҡорбан итергә риза инем. Төрлө саҡтар булды, айырылышып торған осраҡтарҙа үҙемә урын таба алмай инем. Шөкөр, уның йөрәген яулай алдым, һәм беҙ бергә. Яңыраҡ ҡына ул миңә үҙе кеүек матур ҡыҙ табып бирҙе. Шатлығымдың сиге юҡ, ғаиләм менән мин донъялағы иң бәхетле кеше, үҙемдә тау аҡтарырҙай көс тоям!

Ғәлим, пенсионер:
– Байтаҡ йәшәнем, күпте күрҙем. Терәк булған ғаиләм, яратҡан эшем бар, матди яҡтан да ауырлыҡ кисермәйбеҙ. Быларҙың барыһы ла тормошома сағыу нурҙар өѕтәй, бәхетле итә. Шулай ҙа сәләмәтлеккә еткән нәмә юҡ. Нәѕелебеҙҙә гендар аша күскән насар сир бар. Ауырыу ҡайһы бер туғандарымды алып китте, бер ниндәй ҙә аҡса менән дауалап булмай. Иң ҙур теләгем – сир балаларыма күсмәһен, улар һау-сәләмәт тормошта оҙаҡ йәшәһен ине. Ә һау кешеләр бының ҡәҙерен белһен тип теләйем.

Зәлиә, ижади һөнәр эйәһе:
– Ябай ғына һорау, ә ҡайһылай уйға һалды. Һанап китә башлаһаң, барыһы ла кешенеке кеүек: ғаилә, дуѕтар, һаулыҡ, мөхәббәт, күңел тыныслығы... Минеңсә, ошо төшөнсәләрҙең бөтәһе лә булып, үҙең менән гармонияла йәшәйһең икән, башҡа нәмә кәрәкмәй ҙә.

Илдар, эшһеҙ:
– Кемлегемде яҙмаһағыҙ ысын фекеремде әйтәм (көлә). Бәхет ул – байлыҡ, тип уйлайым. Мине таш бәғерлектә ғәйепләргә ашыҡмағыҙ, хәҙер барыһын да аңлатам. Бәләкәй саҡтан етеш булмаған ғаиләлә үѕтем, аҡса бер нәмәгә лә етмәй ине. Иптәштәрем араһында үҙемде кәм-хур күрҙем, сөнки кейемем дә хөрт, яңы әйберҙәрем дә булманы. Үҙем өсөн электән хәл итеп ҡуйғанмын: бар тырышлығымды һалып бай йәшәйәсәкмен. Аҡса булһа, бөтә нәмәне лә һатып алырға мөмкин, хатта һаулыҡ менән мөхәббәтте лә.

Әминә, мәктәп уҡыусыһы:
– Ә миңә бәхет өсөн күп тә кәрәкмәй. Атайым эсмәһә, әсәйем менән талашмаһа, мин – бәхетле. Юҡ, атайым хөрт кеше түгел ул, ҡулы алтын, беҙҙе ярата. Тик яңыраҡ эшенән ҡыуылды, кредиттарын түләй алмай, шуға һына башланы, ахырыһы, эсә лә ҡайта. Шунан әсәйем менән ыҙғыша башлай, ваҡ-төйәккә бәйләнә. Ошондай көндәрҙә үҙемде ер йөҙөндәге иң бәхетһеҙ бала тип иѕәпләйем. Атай, эсмә, зинһар өсөн!


Вернуться назад