Тракторҙы ла үҙе яһай23.11.2011
Тракторҙы ла үҙе яһайРәмил Шәйбәков армиянан һуң тыуған ауылы Сулпандағы кирбес заводында хеҙмәт юлын башлай. Әсәһе Нурия апай ҙа 34 йыл ошо предприятиела эшләй. Заманалар үҙгәреп киткәс, завод та, колхоз да, гөрләп торған машина һәм трактор паркы ла бөтөрөлә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берәүҙәр тормош һынауҙары алдында юғалып ҡала, эшһеҙлекте ауыр кисерә. Уңғандар һәм тәүәккәлдәр иһә үҙ һуҡмағын яра. Рәмил дә ҡул ҡаушырып, төшөнкөлөккә бирелеп ултыра торғандарҙан түгел. Уй еткәнгә буй еткән, тигәндәй, Сулпан ауылы “Кулибины” ҡеүәте биш ат көсөнә торошло трактор йыйырға була. Ҡайҙан тура килә, шунан запас частар табып, дуҫтары ярҙамына таянып, күптәнге хыялын тормошҡа ашыра.Тракторҙы ла үҙе яһай
Трактор хужалыҡта бик ярап ҡала, сөнки ауылда техникаһыҙ йәшәп булмай: бесәнен, һаламын, утынын ташырға, ашлығын тарттырырға кәрәк. Күрше-күлән дә бер-бер артлы мөрәжәғәт итә башлай. Ҡулыңды эшкә егә генә бел!
Йылдар үткәс, Рәмил ҡалала йәшәүсе бер туғандары Рауил, Рафиҡ һәм Рәмиләнең ярҙамы менән ике ҡатлы йорт һалып инә. Өй эсендәге йыһазды үҙе эшләргә тырыша. Тыштан уратып алған биҙәкле тимер ҡойманы һәм ҡапҡаны ла уңған егет үҙе сүкеп яһаған. Әле ул ихатала һыу ҡойоноу кабинаһы, Тракторҙы ла үҙе яһайкирбестән гараж эшләй. Иретеп йәбештереүсе, балта оҫтаһы, ташсы булғас, бар эште яңғыҙы башҡара.
Егәрле хужа күркәм өйгә әсәһен күсереп алып килгән. Икәүләп мал, ҡош-ҡорт ҡарап, матур донъя көтәләр. Рәмилдең йортона газ үткән, крандан эсәр һыу ағып тора, канализация ла бар. Уңайлыҡтары булғас, ауыл өйө ҡаланыҡынан айырылмай тиерлек.
Рәмил соланын оҫтаханаға әүерелдергән. Уның алтын ҡулдары ниндәй генә мөғжизәле, нәфис әйберҙәр яһамаған! Ағасты һырлап эшләгән ултырғыс, өҫтәл, һандыҡ, тартма, биҙәкле ҡалаҡтар һәм башҡа кәрәк-яраҡ күҙҙең яуын алырлыҡ. Ана, ағасты уйып яһалған аҡҡош ҡамыш араһында ҡанаттарын ҡаға, тейен сәтләүек яра, ҡыр ҡаҙҙары талпына... Биҙәкле ишектәргә һәм тәҙрә яңаҡтарына ла ҡараған һайын ҡарағы килә. Уларға күпме күҙ нуры, күңел йылыһы һалынған!
Әнүәр СӨЛӘЙМӘНОВ.
Бишбүләк районы.


Вернуться назад