"Мине фәрештә дауаланы..."07.06.2014
Был ваҡиға ла тарих төпкөлөнә шыла барғандай. Шуға күрә, әле үҙем иҫән саҡта (Аллаһыма шөкөр), яҙып ҡалдырмаҡсы булдым.


Тол ҡатындар тураһында ни яҙмаҡсыһың инде? Һиңә тиклем үк ул бураҙналар аҡтарылған. Шулайҙыр, шикләнмәйем. Совет власы, хөкүмәте тылда эшләүселәр хаҡында хәстәрлек күрмәне. Коммунистар партияһының ҡамсыһы баш осонда уйнап ҡына торҙо. Толдар, 4-5 йәшлек бала-саға, бәлки, фашизмды еңгәндәрҙер. Үҙҙәре мысайлы тупраҡ, имән сәтләүеге, йыла ашаһалар ҙа, үҫтерелгән игендең бер бөртөгөн ҡалдырмай фронтҡа оҙатып торҙо. Йәшермәйем, һуғыштағы һалдат тол ҡатын-ҡыҙға, бала-сағаға, ҡарт-ҡороға ҡарағанда туҡ йәшәне. Ә бында, йәғни тылда, сабатаңа, калушыңа эйәреп ҡайтҡан 50 грамм арыш өсөн 12 йылға төрмәгә ултырттылар, бала-сағаһын (12 бала) төрлө балалар йорттарына тараттылар.
Ҡулы зш белгән тол ҡатындар колхоздың ҡара алабутаһына ҡарап ултырманы, әлбиттә. Күбеһе дебет (кәзә мамығынан) шәл бәйләп, баҙарҙан, аҙ булһа ла, ризыҡ ташыр ине. Мәҫәлән, ире һуғышта, дүрт балаһы янында булған Ғәлиә инәй ғүмер буйы теген машинаһында ауыл халҡын кейендерҙе. Нимә бирһәләр, шуға риза булды, бирмәһәләр ҙә уфтанманы. Нишләйһең инде? Заманы икенсе бит. Бер шулай Нурислам (Ғәлиә инәйҙең кинйәһе) янына тимерсыбыҡ эҙләп барып индем. Ул ваҡытта ниндәй ҡорал-маҙар булһын инде. Шул тимерсыбыҡты бер осонан Нурислам тотҡан, икенсе осонан мин тартам. Йәнәһе, шул тимерсыбыҡты өҙмәк булабыҙ. Ҡулымдан ысҡынып киткән тимерсыбыҡ ыштанымдың балағын йыртып ебәрҙе. Шул саҡ Ғәлиә инәй йүгереп сыға һалды: "Рафаил улым, ин, хәҙер ямап бирәм кейемеңде", — тип мине өйгә саҡырҙы.
Теген машинаһы "Zinger" ине. "Инәй, был ниндәй фашист машинаһы?" — тип һорағас: "Эй, балалар, һуғышҡа тиклем тормош һәйбәт булды. Шул заманда алып ҡалғайным. Үкенескә ҡаршы, шымсылар үрсеп китте хатта. Хөкүмәткә, партияға ҡарата килешмәгән бер һүҙ әйтһәң, һине шунда уҡ атырҙар йә Себергә оҙатырҙар ине. Шуға ауыҙыңды самалап ас, һүҙеңде үлсәп һөйлә, әйткән һүҙ — атҡан уҡ, уны кире ҡайтарып булмай", — тип һөйләнә-һөйләнә илле ҡыяр һыймалы ыштанымды ыҡсымлап, ямап та бирҙе. Ана шул кешелекле булыуы, егәрлелеге ауыр заманда ла дүрт балаһын аяҡҡа баҫтырырға ярҙам иткәндер.
Ғәлиә инәйҙән өй аша ғына Зөлхизә инәйҙәр йәшәй ине. Заманаһы өсөн Зөлхизә инәй берҙән-бер им-томсо булды. Көнмө-төнмө, ете төн уртаһымы, ауырыған бер кеше уға өмөт итеп килә торғайны. Ул дарыу үләндәренең төнәтмәһе менән һауыҡтыра ине. Быуыны сыҡҡандарҙы ла “һә” тигәнсә урынына ултырта торғайны.
Уның дауа үләндәре, үҙ ваҡытында йыйып алынып, көлтә-көлтә өй ҡыйығына элеп ҡуйылған булыр ине. Хатта ҡулы йә аяғы эштә имгәнеп һынған кешеләрҙе лә һауыҡтырыу һәләте булды. Беҙҙең болон-аҡландарҙа мумия тигән үлән үҫә. Шул үлән һынған урынға килешә тип һөйләй торғайнылар. Күрәһең, ул һынған урынға шуның төнәтмәһен һөртөп, нығытып ян-яғын талаҡлап бәйләгәндер.
Һөйләй китһәң, әкиәт һымаҡ инде. Бер заман бер ағай, аяғы һынып, госпиталдәрҙә ятып, һуғышҡа яраҡһыҙ булып, ауылға ҡайта. Зөлхизә инәй тегенең яраһын барып ҡарай ҙа үҙенсә дауаларға тотона. Шулай ике аҙналай мәшәҡәтләнә торғас, теге ағай һап-һау кеше һымаҡ атланы ла китте. Бер аҙ торғас, теге ағай фронтҡа китте лә барҙы. Фронтҡа инер алдынан үҙе дауаланып ятҡан госпиталь врачтарына күренә. Врачтар: "Ҡайһы госпиталдә һине былай аяҡҡа баҫтырҙылар?" – тип ҡыҙыҡһына, һораша икән. Теге ағай әйткән: "Боронғоса дауалаусы бер фәрештә мине аяҡҡа баҫтырҙы..."
Быға һис тә аптырарға ярамай. Ысынлап та, Зөлхизә инәй белекле дауасы ине. Үҙенең изге эше өсөн халыҡтан хаҡ алманы, кеше нимә килтерә, шуға риза булып доға ҡылды. Ана шулай ул аяуһыҙ аслыҡ йылдарында балаларын (дүрт бала) кеше итеп килә ине. Ине тинем, бер заман (мин ул саҡта бәләкәй инем) фронттан ире ҡайтып төшә. Бынан һуң тормоштар еңеләйер, тип ҡыуанғандай була Зөлхизә инәй. Әммә уның ҡыуанысы оҙаҡҡа барманы. Ҡарап тормаҡҡа ире һап-һау, яра-фәләне лә юҡ. Уны ни сәбәпле фронттан ҡайтарҙылар икән, тип халыҡ та аптыраған. Колхоз эшенә лә йүнләп кинәндереп йөрөмәгән. Эскегә һалышҡан. Эскесегә диңгеҙ тубыҡтан инде. Ана шул ирен дә, төрлө әмәл ҡулланып, эсеүен ташлатҡан Зөлхизә инәй. Әммә ире аҙғын бисәләргә йөрөштөрә башлаған. Был хәлде ауылда йәшереп буламы ни? Зөлхизә инәй ҙә, балалары ла һиҙенә. Бер төндә шулай Ғәзимйән исемле улы атаһын күҙәтә. Атаһының кемдәрҙән сығып килгәнен күрә лә әсәһенә ҡайтып әйтә. Өйҙә тауыш сыға. Ир кеше аҡланырға маташа. "Мин теге остағы бабай янында булдым", — ти. Балаһы шул саҡ дөрөҫөн әйтеп бирә. Эй, Ғәзимйән (ул минән ике-өс йәшкә өлкәнерәк ине), күрәһеләрең шул булғандыр инде. Атаһы улын стенаға ялпаштыра һуға. Шунан һуң атаһы Һаҡмарға ташланып үлә.
Ғәзимйән ике аҙнанан һуң ғына шәбәйә, аяғына баҫып йөрөй башлай. Әммә ул телдән яҙған була, һөйләшә алмай. Зөлхизә инәй барлыҡ ҡөҙрәтен туплап дауалап ҡараһа ла, телен аса алмай ғәзизенең. Ғәзимйән ғүмерлеккә телһеҙ ҡалды. Өҫтәүенә уның ҡолаҡтары ла ишетмәҫ булды. Быға ла Зөлхизә инәйҙең дауаһы үтеп инә алманы.
Бер заман ауылда трахома тигән ауырыу таралды. Ауырыуҙы райондан врачтар килеп дауалап ҡарай, әммә файҙаһы юҡ. Был тәңгәлдә лә Зөлхизә инәй үҙ әмәлен тапты. Күҙгә ниндәйҙер төнәтмә тамыҙа ла аҙаҡтан шуны теле менән ялап ала. Бына хикмәт. Кешенең күҙе һауыға ла ҡуя. Зөлхизә инәй әйтмешләй, бының сере ябай. Күҙгә сүп төшһә, быны дауахана шарттарында алып булмай, тиҙәр ине ул саҡта. "Айда, Зулхиза гуляй", — тип уға оҙатырҙар ине. Врачтар уның адресын да белә ине, шулайтып, райондың әллә ҡайһы ауылдарындағы кешеләрҙең күҙҙәрен астырырға тура килде. Университетта уҡып йөрөгәндә лә мин Зөлхизә инәйҙәрҙә йыш булдым. Һөйләшеп ултыра торғас, им-том мәсьәләләре үҙенән-үҙе ҡалҡып сыға.
— Бына, инәй, хәҙер медицина алға китте. Кешеләрҙе дауалау ысулдары, яңы ҡорамалдар уйлап сығаралар. Боронғо замандарҙа нисек ҡан ала торғайнылар?
— Эй, балам, әйтһәм әйтәйем инде, ян-тирәлә сит кеше юҡ. Хәҙерге сәүит мизинисаһы...
— Медицинаһы...
— Эйе, әйтергә тел әйләнмәй. Ярай әле ана шунығыҙ беҙҙең боронғо им-том менән саҡ тиңләшеп килә. Башҡортто бит тәбиғәттән айырып ҡарап булмай. Һыу, һауа, ер — бына уның йәшәү сығанағы. Ерҙән айырылған әҙәм, ниндәй генә урында эшләмәһен, ул инде ерҙең үгәй ярсығы. Ерҙә бөтә нәмә бар. Ана һин, нисек ҡан алалар ине, тип һорай ҡуйҙың. Яуап бирәм: ә күлдәге һөлөктәр нимә өсөн һуң? Беҙҙең Үҫәргән ырыуынан Йәнтүрә батыр ҙа Оло яуҙа (1812 йылғы Ватан һуғышы) һөлөклө күлгә төшөп шәбәйеп киткән дә. Ана минең өйөмдә лә өс банка һөлөгөм бар әле. Боронғолар маңҡорт булмаған. Һөлөктөң дә ҡайһыһы им-томға барырлыҡ, шуларын ғына йыйған. Юғиһә төрлө күлдең һөлөгө төрлөсә була.
— Һөлөктө нисек тота инегеҙ?
— Һөлөк — балыҡ түгел. Ҡармаҡҡа ҡапмай. Тәнең менән тотаһың. Бер төшөүҙә үк һөлөктәр һырып ала, тәнгә ҡаҙала. Шунан тоҙло ҡул менән һыпырып төшөрәһең. Көр һөлөктө генә алырға кәрәк. Сибектәре ҡапылда им-томға бармай. Уларын шунда уҡ күлгә ырғытаһың. Әйҙә үҫә бирһендәр. Һөлөк күле беҙҙең яҡын-тирәлә юҡ. Уның өсөн йә Һамар, йә Силәбе яҡтарына юлланырға кәрәк.
— Зөлхизә инәй, ә бына тәнгә энә ҡаҙап дауалау мохтажлығын нисек хәл итә инегеҙ?
— Ул яҡтан беҙҙә мохтажлыҡ юҡ: әлморон ағасының бер нисәһе, терпе тиреһе — барыһы ла беҙҙең ҡулда. Йылан да, ҡырмыҫҡа иләүе лә (хатта ташландыҡ булһа ла), бал ҡорто ла дауа өсөн тәбиғәт тарафынан бирелгән. Тик уларҙы файҙаланыу тәртиптәрен генә белергә кәрәк. Тәне һыҙлаған кешене шифаһы юғалмаҫ борон йәш үләнгә ятҡырып алыу ҙа тәнде таҙарта. Артыштың үҙе лә, орлоҡтарынан эшләнгән төнәтмә лә кешене тынысландыра, йоҡлата. Нервыһы тыныс, һәйбәт йоҡлаған кеше ауырыу булмай. Шуға күрә йоҡлар алдынан артыш менән өйҙө лә, мал-тыуарың ябылған кәртәне лә бер аҙ төтәҫләп алалар. Тыныслыҡ һәр кемгә, һәр йән эйәһенә кәрәк.

Рафаэль АҘНАҒОЛОВ,
педагогия фәндәре докторы, БДУ профессоры.


(Аҙағы бар).


Вернуться назад