Изге эштәре онотолмай07.06.2014
Изге эштәре онотолмай
Ошо көндәрҙә күренекле ғалим, педагог, әҙәбиәт белгесе һәм маһир фольклорсы Марат Хәләф улы Минһажетдиновтың тыуыуына 80 йыл айҡанлы тыуған ауылы Ҡобағошта хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтте. Ғалимдың ғаиләһе, туғандары, замандаштары, шәкерттәре, ауылдаштары, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар менән тулды мәҙәниәт йорто. "Ижади маһирлыҡ" исемендә барған был кисәлә Килмәк, Баттал, Ҡобағош мәктәптәре уҡыусылары тарафынан йөкмәткеле концерт күрһәтелде.


Сәхнәлә Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Абдулла Солтановтың: “Марат ҡустының изге рухына арнайым мин йырҙарымды!” – тип йырлап ебәреүе, сәхнә күрке Фәриҙә Ҡәләмованың Марат Хәләф улына арналған шиғри шәлкемдәре дәррәү күтәреп алынды. Һеңлеһе – республикабыҙҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, "Почет Билдәһе" ордены кавалеры Рауза Хәләф ҡыҙының, мәғариф алдынғыһы Әнисә Кәримованың, Марат ағайҙың ҡыҙы Таңсулпан Йомағужинаның, Учалы яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Әҡлимә Сафинаның, филология фәндәре кандидаты Рәүеф Шаһиевтың, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методика буйынса етәксеһе Зилә Шәрәфетдинованың сығыштары яҡташыбыҙҙың иртә өҙөлгән ғүмерен тағы ла оҙонайтҡандай, ижадын байытҡандай булды тамашасылар өсөн.
Туғандары исеменән Белорет районының "Урал" гәзите мөхәррире Сатура Минһажетдинова "Иҫтәлектәр альбомы"н бүләк итте. Учалы яҙыусылар ойошмаһы, Рәүеф Шаһиевтың урыҫ телендә "В памяти народной" (тәржемәселәре – Хәмиҙә, Айтуған Минһажетдиновтар, Нәркәс Сабитова, Таңсулпан Йомағужина) китабын сығарып, халыҡҡа таратты.
Килгән ҡунаҡтар М.Х. Минһажетдиновтың музейында ла булды. Рәүеф Шаһиев уҡытыусыһы тураһында 20 йыл арауығында матбуғатта донъя күргән хеҙмәттәрен тәртипкә һалып, альбом вариантында музейға тапшырҙы. Һуңынан арҙаҡлы шәхестең ҡәберенә сәскәләр һалынды, аят уҡылды.
Кисәлә ҡатнашыусыларҙы Ҡобағош ауылының уңған эшҡыуары Рәшит Ҡауыев үҙенең ял базаһында асыҡ йөҙ менән ҡаршыланы. Килмәк мәктәбе коллективы, директоры тырышлығы менән әҙерләнгән аят ашы ла яҡташыбыҙҙың изге рухына арналды.
Ауыл халҡына, мәктәп уҡыусыларына, уҡытыусыларына, директорҙарына, мәҙәниәт йорто, китапхана етәкселәренә, кисәне матур итеп алып барыусыларға, тыуған ауылының уңған ир-уҙаманы Рәшит Ҡауыевҡа рәхмәт белдерәбеҙ.
М. Минһажетдинов хаҡында абруйлы баҫмаларыбыҙ биттәрендә күләмле мәҡәләләр донъя күреүе айырыуса ҡыуаныслы булды.


Вернуться назад