Районда ағас ултыртыуға ҙур иғтибар бүленә. Шуға ла төбәктә экологик хәлде яҡшыртыу, йәшелләндереү, төҙөкләндереү буйынса күп эш башҡарыла.
"Архангел урмансылығы" эшсәндәре өсөн ҡыҙыу осор башланды. Әлеге мәлдә "Ағас ултырт" акцияһында "йәшел ҡалҡан" хеҙмәткәрҙәренән тыш, район хакимиәте, мәғариф бүлеге, мәҙәниәт йорто, "Инйәр" гәзите редакцияһы, Архангелдең 1-се һәм 2-се мәктәптәре, ветеринар станцияһы, ер һәм мөлкәткә идара итеү комитеты, мәшғүллек үҙәге, финанс идаралығы коллективтары ла ситтә ҡалманы.
– Үҫентеләр Ырныҡшы ауылы эргәһендәге питомниктан килтерелде. Архангел ауылы эргәһендә 15 гектар майҙанда гектарына 3,5-4 мең йәш ҡарағай ултыртылды. Ғөмүмән, урман тергеҙеү эше йыл әйләнәһенә хәстәрләнә. Былтыр ошо биләмәне һөрөп урын әҙерләнде. Һәр кеше үҙ ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла ағас ултыртырға бурыслы. Урман – беҙҙең һаулығыбыҙ һәм байлығыбыҙ. Бөгөн ултыртыласаҡ ағас үҫентеләренең киләсәк быуын өсөн әһәмиәте ҙур, – тине Архангел участка урмансыһы А. В. Киселев.