«Матур эш урынында лайыҡлы хеҙмәт хаҡы алып йәшәү тауҙар аҡтарырлыҡ көс бирә, яңынан-яңы үрҙәргә ынтылдыра», – ти Дүртөйлө ҡалаһынан Илдар Сәйетгәрәев.
Ул ҡатыны менән “Саҡмағошнефть” идаралығында эшләй. 2008 йылда Яңы Солтанбәк ауылындағы һатыуға ҡуйылған ташландыҡ ферманы алғандар. Ҡойондан һуң емерек хәлдә ҡалған бинаны тергеҙеп, байтаҡ ремонт эше башҡаралар.
Алма ағасынан йыраҡ төшмәй, тигәндәй, тырыш фермерҙың атаһы Ғәли ағай ҙа ғүмере буйы колхозда бригадир вазифаһын башҡарған, ә әсәһе Рәфиҙә уҡытыусы булған. Бәләкәйҙән эшһөйәр булып үҫкән егет үҙ эшенә ең һыҙғанып тотона. Тәүҙә беренсе корпуста ремонт эштәрен тамамлап, 8 мең себеш үҫтереп һата. Артабан икенсе корпусты тергеҙә һәм былтыр 50 мең себеш үҫтерә. Әле иһә ҡаҙ бәпкәләрен дә бер айға тиклем үҫтереп һата.
2012 йылда “Ауыл хужалығын үҫтереү” программаһында ҡатнашып, Илдар Тула өлкәһенән һыуыҡҡа бирешмәй торған абердин-ангус тоҡомло һыйыр малы алып ҡайта. Бөгөн фермала 100 баш тана һәм өс баш үгеҙ иҫәпләнә. Малдар тейешле рацион буйынса бөтә талаптарға ярашлы ашатыла, тәрбиәләнә. Йәй көнө улар йәйләүҙә аҫрала.
Хужалыҡта ике трактор бар, шулай ҙа мал аҙығы ташығанда ситтән дә техника йәлеп ителә. Фермала берәр мал көтөүсе, тракторсы, ҡаҙ ҡараусы эшләй. Биналар видеокамера менән йыһазландырылған.
Районда әүҙем эшмәкәрлек алып барған крәҫтиән (фермер) хужалығы етәкселәренең береһе Илдар Сәйетгәрәев ҡатыны менән ике бала тәрбиәләп үҫтерә. Ҡыҙҙары Рената Санкт-Петербург ҡалаһында инженер-геолог белгеслеге буйынса уҡый, ә улдары Самат беренсе класҡа барырға әҙерләнә. Күркәм ғаилә бөтә уңайлы шарттары булған мөһабәт йортта йәшәй.
– Үҙегеҙҙең ҙур баҡсағыҙ, эшләгән урынығыҙ бар, өҫтәүенә крәҫтиән (фермер) хужалығына етәкселек итәһегеҙ. Нисек өлгөрәһегеҙ? – тигән һорауыма булдыҡлы фермер былай тип яуап бирҙе:
– Көндө төнгә ялғап, көсөңдө йәлләмәй эшләһәң, алдыңа ҡуйған маҡсатыңа өлгәшеп була. Грант юллап, миңә ышаныс һәм хөрмәт күрһәткәне өсөн район хакимиәте башлығы Ринат Хәйруллинға рәхмәтемде белдерәм. Киләсәктә яҡташтарымдың ышанысын аҡларға ине.