Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте07.06.2014
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдарына ярашлы, Өфөнөң "Гидравлика" агрегат предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре: фильтрҙар һәм агрегаттар буйынса баш конструктор урынбаҫары Вуколов Александр Владимирович, механик йыйыу эштәре слесары Ғатауллин Альберт Исмәғил улы, фильтрҙар һәм агрегаттар производствоһы начальнигы Корытов Александр Петрович, токарь Тимофеев Сергей Валентинович — "Башҡортостан Республикаһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн" отличие билдәһе, Өфө ҡалаһының Совет районындағы 8-се балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы Афанасьева Ольга Степановна, Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығындағы бүлек начальнигы Кузьменко Оксана Константиновна, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Ҡотлобаев Фәрғәт Фәрит улы, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты хеҙмәткәрҙәре: токарь Вахрушев Александр Леонидович, машинист Ғабдуллин Вәкил Вәлиулла улы, генераль директорҙың иҡтисад буйынса урынбаҫары, бүлек начальнигы Йәләлетдинов Эдуард Роберт улы, машинист Красносельский Валерий Николаевич, водитель Мөхәмәтйәров Вил Сәлимйән улы, ер аҫты участкаһын проходкалаусы Хилажев Зөлфәр Әфхәз улы, тепловоз машинисы Йәров Наил Йәннәт улы, Белорет металлургия комбинаты хеҙмәткәрҙәре: ҡыҙыу прокат станы вальцовщигы Волков Алексей Ривальевич, участка начальнигы Кузнецов Юрий Иванович Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде; Сибай концерт-театр берекмәһенең балет артисы Дәүләткирәев Айтуған Әхмәт улына, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһенең драма артисы Рәхимова Физәлиә Әнүәр ҡыҙына — "Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы", Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең оркестр артисы Әхмәтова Лилиә Рифғәт ҡыҙына, ошо уҡ ансамблдең балет артистары Байбулова Эльмира Рәйес ҡыҙына, Нуриманова Альбина Радик ҡыҙына, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһындағы эстрада джаз-оркестрының художество етәксеһе Ҡасимов Олег Валериановичҡа, Сибай концерт-театр берекмәһенең артист-вокалисы Хәсәнов Рөстәм Әхтәм улына — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы", Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының кафедра доценты Йәмсурина Лилиә Даян ҡыҙына, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының режиссер-ҡуйыусыһы Итбаев Салауат Мостафа улына, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының ғилми эш буйынса проректоры, кафедра профессоры Шуранов Виталий Александровичҡа — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре", Ғафури районының Сәйетбаба ауылындағы Ж. Кейекбаев исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Байбулдин Илһам Ханнан улына, Урман хужалығы министрлығының төп советнигы, шағирә Дәүләтбирҙина Тәнзилә Сәлих ҡыҙына, Шаран районындағы үҙәк район мәҙәниәт йортоноң методика кабинеты мөдире Дәүләтова Рәүфә Харис ҡыҙына, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең тауыш операторы Изможеров Владимир Вячеславовичҡа, Бәләбәй ҡалаһындағы үҙәк китапхана директоры Кирьянова Ирина Васильевнаға, Ғафури районындағы "Сәйетбаба" башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Лоҡманова Рәүилә Хатмулла ҡыҙына, Сибай ҡалаһындағы Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгенең "Яугел" халыҡ фольклор ҡумыҙсылар ансамбле етәксеһе Рафиҡова Дилара Мөхитдин ҡыҙына, Салауат музыка колледжы концертмейстры Рәхимҡолов Фиргус Имаметдин улына, Мишкә район мәҙәниәт һарайы репетиторы Саҙретдинов Валерий Михайловичҡа, Ҡариҙел район мәҙәниәт һарайының Уразай ауыл клубы мөдире Салиева Эмма Алексеевнаға, Мишкә районындағы үҙәк китапхананың бүлек мөдире Сәхибгәрәева Лена Тимерхан ҡыҙына, Башҡортостан Республикаһы Милли музейының баш рәссамы Фадеев Анатолий Сергеевичҡа, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың баш китапханасыһы Хәйретдинова Индира Раил ҡыҙына, Стәрлебаш район мәҙәниәт йортоноң агитация-концерт бригадаһы мөдире Хәйруллина Рөлфизә Әмирйән ҡыҙына, Өфө район мәҙәниәт йортоноң Миловка ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Халевина Наталья Михайловнаға, Иглин районындағы Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге Иглин балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы Хәсәнова Римма Зыя ҡыҙына, Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районындағы балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Хужина Вәридә Ғәбделхәй ҡыҙына — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре", Өфө ҡала медицина профилактикаһы үҙәгенең баш табибы Әхтәмова Сара Хәйҙәр ҡыҙына, Өфө ҡалаһының 47-се поликлиникаһындағы участка табип-терапевы Нурғәлиева Сания Мөхәт ҡыҙына, Өфө ҡалаһындағы 3-сө ҡала клиник дауаханаһының бүлек мөдире, табип-анестезиолог-реаниматолог Пушкарев Виктор Анатольевичҡа, Баймаҡ районындағы "Медента" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры, табип-стоматолог Саптаров Наил Сәфәрғәле улына — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы", Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығындағы бүлек начальнигы урынбаҫары Бубеннова Любовь Викторовнаға — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы", "Асылыкүл" редакция-нәшриәт комплексының баш мөхәррире урынбаҫары Пахомова Вера Владимировнаға, "Һаҡмар" редакция-нәшриәт комплексындағы "Баймакский вестник" гәзитенең яуаплы секретары Үтәев Хәйрезаман Зиннәт улына — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре", Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты хеҙмәткәрҙәре: байыҡтырыу фабрикаһының баш корпусы флотаторы Шумскова Марина Васильевнаға — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған металлургы", шартлатыусылар Ибраһимов Наил Исмәғил улына, Шакиров Ренат Ғәзиз улына, нығытыусы Романов Владимир Владимировичҡа, водитель Сәғитов Рауил Наил улына — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған шахтеры", комбинат начальнигы урынбаҫары, энергетика цехының баш инженеры Мурзин Наил Сабирйән улына — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы", водитель Яҫыбаев Мөнир Сәфиулла улына — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре", Белорет металлургия комбинаты хеҙмәткәрҙәре: сым һуҙыусылар Борисов Павел Александровичҡа, Бурков Юрий Николаевичҡа, ҡыҙыу прокат станы мастеры Володин Сергей Петровичҡа — "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған металлургы", Өфөнөң "Гидравлика" агрегат предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре: бүлек начальнигы Морев Виталий Николаевичҡа, гальваник Рябинина Нәдирә Таңатар ҡыҙына, цех начальнигы урынбаҫары Сентюрев Сергей Игоревичҡа "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе" тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.


Вернуться назад