Ҡәләм оҫталары — спортсы ла07.06.2014
Ҡәләм оҫталары — спортсы ла
Кисә Башҡортостан журналистарының Ҡырмыҫҡалы районында үткәрелгән сираттағы «Журфест» һабантуйы Олимпиада темаһына арналды. Шуға һәр редакция айырым олимпиада командаһы ролендә сығыш яһаны.


Фестивалде Башҡортостан Журналистар союзы менән республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы ойошторҙо. Ҡәләм оҫталарын байрам менән ҡотларға Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Альберт Мифтахов килгәйне.
Агентлыҡ етәксеһе Борис Мелкоедов Башҡортостандың гәзит-журнал уҡыусылар һаны буйынса Рәсәйҙә алдынғы урынды биләүе хаҡында әйтте. Уның ҡулынан маҡтау грамоталарын, рәхмәт хаттарын алыусылар араһында «Балтас таңдары» гәзите мөхәррире Рөстәм Вәлиев, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Тамыр» балалар каналы мөхәррире Рәзилә Салауатова һәм башҡалар бар ине. Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков иһә «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафинға, «Кызыл таң» гәзитенең баш мөхәррире Фаил Фәтхетдиновҡа һәм башҡаларға Рәсәй Журналистар союзының Маҡтау грамоталарын тапшырҙы.
Ҡырмыҫҡалы районы – ауыл хужалығы, сәнәғәт һәм башҡа тармаҡтар үҫешкән төбәк. Район инвестиция йәһәтенән дә күптәрҙе үҙенә йәлеп итә. Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов төбәктең тормошон, уңыштарын даими яҡтыртҡан матбуғат баҫмаларына рәхмәт хаттары тапшырҙы. Ошондай уҡ бүләк «Башҡортостан» гәзитенә лә бирелде.
Ошо уҡ көндө Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союздарына яңы ағзалар алынды.
Фестивалдә, спорт уйындарынан тыш, матбуғат клубы ла ойошторолдо. Журналистар Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы, Украинала барған хәлдәр, яғыулыҡҡа хаҡ, интернет технологиялары һәм башҡалар хаҡында һөйләште.
Ҡәләм оҫталарының һабантуйы тураһында гәзитебеҙҙең шаршамбы һанында тулыраҡ уҡырһығыҙ.


Вернуться назад