Улар араһында вайымһыҙҙар юҡ07.06.2014
Улар араһында вайымһыҙҙар юҡ
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы эшкә йомғаҡ яһаны. Тантаналы йыйылышта социаль өлкәнең иң яҡшы белгестәрен бүләкләнеләр. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова һәм республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова төбәктең социаль өлкә хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләне.


– Социаль яҡлау – тормоштоң юғары профессионализм түгел, ә кешенең күңел сифаттары ҙур әһәмиәткә эйә булған өлкәһе. Миһырбанлыҡ, кешелеклелек, ихласлыҡ – ошо залда ултырған кешеләргә хас сифаттар, – тип билдәләне Лилиә Ғүмәрова. – Һеҙҙең тырышлыҡ менән ғаиләләр тарҡалмай ҡала, ауыр хәлгә тарыған балалар үҙ йортона әйләнеп ҡайта.
– Бөгөн хеҙмәт, мәшғүллек һәм халыҡты социаль яҡлау системаһы – күп йүнәлешле учреждениеларҙың ҡеүәтле селтәре ул. Ошо өлкәлә 13 меңгә яҡын кеше эшләй. Шуларҙың өс меңдән ашыуы – социаль хеҙмәткәрҙәр. Улар араһында вайымһыҙҙар юҡ. Был кешеләр дәүләт һәм йәмғиәттең ярҙамына мохтаждарҙың проблемалары, ауырлыҡтары менән көн дә осраша. Үҙ эшен ихлас яратҡандар ғына эшләй был өлкәлә, – тине Ленара Иванова.
“Башҡортостан Республикаһындағы халыҡты социаль яҡлау учреждениеһының иң яҡшы хеҙмәткәре” республика конкурсы йомғаҡтары буйынса Дүртөйлө ҡалаһы һәм районындағы комплекслы үҙәк етәксеһе Гөлшат Тимашева иң яҡшы директор тип танылды. “Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү учреждениеһының иң яҡшы педагогы” номинацияһында Тәтешле районындағы сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау филиалы уҡытыусыһы Айгөл Әхмәтйәнова лауреат исеменә лайыҡ булды. Өфө реабилитациялау үҙәгенең табип-педиатры Айгөл Байгилдина “Социаль учреждениеларҙың иң яҡшы медицина хеҙмәткәре” тип билдәләнде. Октябрьский ҡалаһынан Клара Мәннәнова иң яҡшы социаль хеҙмәткәр исеменә лайыҡ булды.
Бөтә Рәсәй кимәлендә лә төбәгебеҙҙең социаль хеҙмәткәрҙәре юғары һөҙөмтәгә өлгәшә. Республика балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитациялау үҙәге мастеры Илдар Фәтҡуллин ошо өлкәләге Рәсәй конкурсында “Социаль хеҙмәттең иң йәш белгесе” номинацияһында икенсе дәрәжәле дипломға лайыҡ булды.


Вернуться назад