Баш ҡала башлығына – тәҡдимдәр20.01.2012
Баш ҡала башлығына – тәҡдимдәрБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың баш ҡалаһы хакимиәтенә башлыҡ итеп һайланған Ирек Ялаловҡа Өфөнө Рәсәйҙә иң яҡшылар иҫәбенә индереү йәһәтенән ҙур ышаныс бағлай. Һеҙҙең яңы башлыҡҡа ниндәй тәҡдимдәрегеҙ бар?

Салауат СИРАЖЕТДИНОВ, автоһәүәҫкәр:
— Рәсәйҙең тәүге Президенты Борис Ельцин Өфөгә метро вәғәҙә иткәйне, әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында был проект тормошҡа ашманы. “Башҡортостан” сауҙа үҙәге тапҡырында Ҡариҙел аша күпер һалынып, Салауат Юлаев проспектына тиклем ер аҫты юлы төҙөләсәк тигән һүҙ ҙә йөрөй ине, әлегә ул хаҡта ла аныҡ ҡарарҙар тойолмай. Был, берҙән, торлаҡ төҙөлөшө өсөн мөмкинлекте киңәйтер, икенсенән, Өфөгә ингән урындарҙағы һәм ҡала юлдарындағы тығындарҙы кәметер ине. Ирек Ялалов ошо мәсьәләне хәл итһә, бик хуп.

Зөһрә ИРЕКБАЕВА, пенсионер:
— Өфөлә йүкәле аллеяларҙың юҡҡа сығыуына шул тиклем йәнем әсенә. Улар — ҡалабыҙҙың йәме генә түгел, “йөҙөк ҡашы” ла бит. Күпмелер йылдан “Өфө йүкәләре” тип йырлауыбыҙға йәштәр ғәжәпләнеп ҡарамаҫмы? Аңлайым: автомобилдәр артҡандан-арта, юлдарҙы киңәйтеү — көн талабы. Әммә баш ҡалабыҙҙың йөҙөн һаҡлайыҡ. Ҡырҡылған һәр ағас урынына яңыһын ултыртһаҡ ине.

Камил НУРИЕВ, эшҡыуар:
— Өфөбөҙгә сит төбәктәрҙән һәм төрлө илдәрҙән туристарҙы күберәк йәлеп итергә кәрәк. Мөмкинлектәр бар. Тарихсылар, ғалимдар, эшҡыуарҙар менән бергә кәңәш ҡороп, дөйөм маршрут булдырырға, туристик операторҙарҙы ишәйтергә һәм эште башларға ғына кәрәк. Ҡасандан бирле төҙөлөп бөтә алмаған аквапаркты ла тамамлап ҡуйыу зарур. Рәсәйҙең башҡа ҡалалары кеүек үк, Өфөнөң дә күрһәтерлеге бихисап. Иҡтисадҡа яҡшы ғына файҙа булыр ине.

Хызыр БУРАНБАЕВ, бюджет өлкәһе хеҙмәткәре:
— Матур, балҡып торған, заманса үҫешкән ҡалабыҙҙың уртаһында ҡараусыһыҙ ҡалған, иҫке ағас өйҙәр күп. Ҡыйығы емерелгән, тәҙрәләре ватыҡ, ауыр еҫ аңҡытып торған был “утрауҙар” Өфөнө һис тә биҙәмәй, киреһенсә, күңелде ҡыра. Ошо мәсьәләгә ныҡлап тотоноу тураһында тәҡдимем бар Ирек Ялаловҡа. Баш ҡалабыҙҙа киләсәктә донъя кимәлендәге спорт бәйгеләре үтәсәк. Күп ҡунаҡ көтөлә. Улар алдында йөҙ ҡыҙартырлыҡ булмаһын ине.

Дамира ХӘЛИЛОВА, башҡорт теле уҡытыусыһы:
— Өфөнөң Башҡортостандың, барлыҡ башҡорт халҡының баш ҡалаһы икәнлеген онотмайыҡ. Һуңғы йылдарҙа төрлө магазиндар, сауҙа үҙәктәре, кафелар артты, әммә күптәренең алтаҡталары сит ил телдәрендә яҙылған мәғәнәһеҙ, беҙҙең халыҡ ҡолағына ятышһыҙ һүҙҙәр менән сыбарланған. Әйҙәгеҙ, тел тураһындағы законды иҫтән сығармайыҡ. Матурлап башҡортса, унан урыҫса яҙылған алтаҡталар биҙәргә тейеш ҡаланы.
Әлфиә ӘЙҮПОВА


Вернуться назад