Фани донъя — ахирәттең игенлеге06.06.2014
— Аллаһ Тәғәләнең тәүбәгә килгәндәрҙең барлыҡ гонаһтарын да ғәфү итеүе, әммә нимәнелер үҙенә тиң тотоуҙы (ширк ҡылыуҙы) кисермәүе хаҡында ишеттем. Был йәһәттән ни әйтерһегеҙ, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

Г. ХӘЙБУЛЛИНА.


Архангел районы.

Фани донъя — ахирәттең игенлегеБашҡортостан мосолмандарының
Диниә назараты рәйесе
мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт
НИҒМӘТУЛЛИН:


— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Аллаһ Тәғәлә, Әҙәм ғәләйһис-сәләмде яратып, барлыҡ фәрештәләргә уға сәждә ҡылырға бойорғас, иблис тәкәббәрлек күрһәткән. "Эй, Раббым, уны — ерҙән, ә мине уттан яраттың", — тип үҙенең кешенән өҫтөнлөгөн иҫбатларға булған. Һөҙөмтәлә Аллаһ Тәғәлә уны йәннәттән, тимәк, үҙенең рәхмәтенән, мәхрүм иткән. Күңелендә асыу, кенә һаҡлаған иблис Әҙәм ғәләйһис-сәләмде лә берәй нисек ожмахтан сығарыу ниәтендә хәйлә ҡора башлаған һәм маҡсатына өлгәшкән. Ергә төшөрөлгән атабыҙ менән анабыҙ оҙаҡ йылдар бер-береһен эҙләп йөрөп, Ғәрәфәт тауында осрашҡан. Әҙәм ғәләйһис-сәләм Аллаһ Тәғәлә алдында тәүбә ҡылған.
Иблистең нәҫелдәре иһә кешеләрҙе яңылышлыҡҡа илтеүҙе дауам итә. Бындай аҙашыуҙың иң беренсеһе — бөтөн донъяны юҡтан бар итеп яратҡан Аллаһ Тәғәләнең юлынан барыу түгел, ә икенсе яҡҡа китеү. Уны "ширк" тип атайҙар, йәғни нимәнелер Аллаһ Тәғәләгә тиң ҡуйыу. Әгәр ҙә ки әҙәм балаһы Хоҙайҙың ҡанунына табынмаһа, уның буйынса йәшәмәһә, шайтанға эйәреп китә. Ә иблистең аҙаштырыу юлдары ифрат күп: эскелек, хәрәм ризыҡ менән туҡланыу, ғаиләне тарҡатыу, отош уйындары, башҡаларҙы хөрмәт итмәү, ата-әсәңде, туғаныңды танымау, тәкәбберлек, уғрылыҡ...
Һәр кеше ғаләмде һәм үҙен юҡтан бар итеп яратҡан Раббыһын ғилеме, аҡылы, зиһене менән танырға тейеш. Әгәр ҙә шулай икән, ул ер йөҙөн матурлап, унда бәрәкәт, тыныслыҡ, татыулыҡ булдырып, булғанды ҡәҙерләп, һаҡлап йәшәй. Ә инде Раббыһы тип ташты, хайуанды һәм башҡа нимәнелер таныһа, тормошо төплө нигеҙле ҡанун буйынса бармай. "Ҡөрьән Кәрим"дә Аллаһ Тәғәләнең бөтөн нәмәне лә ғәфү итәсәге, ләкин нимәнелер үҙенә тиң тотоуҙы, йәғни ширк ҡылыуҙы, кисермәйәсәге хаҡында әйтелгән.
Әл-хәмдү лил-ләһ, беҙгә иң таҙа, саф Ислам индерелгән. Артабан да ошо паклыҡҡа таянып, ғәмәл һәм ғибәҙәт менән йәшәргә насип итһен һәммәбеҙгә лә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Бөгөн динебеҙҙе өйрәнеү өсөн ҙур мөмкинлектәр бар, уларҙы файҙаланайыҡ. Хоҙай Тәғәлә ширк ҡылыуҙан һаҡлаһын, иншаллаһ.
"Аллаһты таныу өсөн үҙегеҙгә ҡарағыҙ", — тиелгән "Ҡөрьән"дә. Хәҡиҡәттә шулай: бәләкәй генә орлоҡтан яратылғанбыҙ, аҡыл, зиһен бирелгән — быларҙың барыһы ла Хаҡ Тәғәләнең барлығына инандыра.
"Фани донъя — ахирәттең игенлеге", — тигән Пәйғәмбәребеҙ үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Яҡшылыҡ икһәк, бер-беребеҙ һәм йәмғиәт өсөн файҙалы эштәр башҡарһаҡ, күңелебеҙ гел таҙа булһа, илебеҙҙе, телебеҙҙе һаҡлаһаҡ, хаҡ динебеҙҙән ситкә китмәһәк, иншаллаһ, ахирәтебеҙ ҙә игелекле булыр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад