"Аллаһ йорто мине балаһылай ҡарап үҫтерҙе"06.06.2014
"Аллаһ йорто мине балаһылай ҡарап үҫтерҙе"
Республикабыҙҙа, әл-хәмдү лил-ләһ, дин юлына баҫҡан йәштәр арта. Улар араһынан Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе урынбаҫары Айнур хәҙрәт Арыҫлановты белмәгән кеше һирәктер. Студент ваҡытынан уҡ йәштәрҙе үҙ янына туплай алған, лидерлыҡ һәләтенә эйә замандашыбыҙ менән бәләкәй генә әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.


— Һүҙҙе, ғәҙәттәгесә, бала саҡтан башлайыҡ. Дин юлына килеүегеҙ нисек булды, Айнур?
— Халҡыбыҙға бөйөк дин әһеле, табип, әүлиә Мөжәүир хәҙрәтте бүләк иткән изге төбәктә — Баймаҡта — тыуып үҫтем. Райондың Ҡарамалы ауылынанмын. Атайым — Нурғәли Нуриман улы, әсәйем — Миңленур Ғәйнислам ҡыҙы. Ғаиләлә өс бала тәрбиәләндек. Әл-хәмдү лил-ләһ, бөгөн барыбыҙ ҙа тормошта үҙ урыныбыҙҙы тапҡанбыҙ.
Ҡартатайым менән ҡартәсәйем дини кешеләр булды. Улар ғилемде Мөжәүир олатайҙан алған. Яҡындарым күңелемдә бәләкәйҙән Исламға ҙур һөйөү тәрбиәләне. Улар пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм, шулай уҡ Мөжәүир олатай тураһында йыш һөйләй торғайны, бөйөк әһелдәрҙең тормошо, эшмәкәрлеге хаҡында хикәйәттәр ҡарашымды киңәйтте, дин юлына ҙур этәргес бирҙе.
Ауыл мәктәбенән һуң Сибай мәктәп-интернатына уҡырға килдем. Өҫтәп, ҡала мәсетенең имам-хатибы Әғләметдин хәҙрәт Ғәзизовтан дин дәрестәре ала башланым. Намаҙ уҡырға өйрәндем, ураҙа тота башланым. Иллегә яҡын һабаҡташымдың артымдан эйәргәнен белгәндән һуң минең уҡыуҙан китеүемде һоранылар. Әғләметдин хәҙрәттең ярҙамы менән мәктәптә ҡалдым, шулай ҙа ятаҡты бушатырға тура килде. Мәсеттә йәшәй башланым. Шулай үҙ балаһылай үҫтерҙе мине ҡаланың иман йорто.
Мәктәпте тамамлағас, Әғләметдин хәҙрәт мине Ҡазандағы "Мөхәмәҙиә" мәҙрәсәһенә алып килде. "Уҡыуҙы тамамлағас, үҙебеҙгә ҡайтып, динде таратырға тейешһең", — тине остазым.
— Белеүемсә, мәҙрәсәнән һуң Башҡорт дәүләт университетында белем алғанһығыҙ.
— Эйе, Татарстанда ике йыл ғилем туплағас, тыуған еремә ҡайтып, БДУ-ға һәм ситтән тороп Рәсәй Ислам университетына уҡырға индем. Мәҙрәсәлә таҙалыҡҡа, бөхтәлеккә өйрәнгәнгәлер инде, 1-се ятаҡтың ул ваҡыттағы хәле ҙур борсоуға һалды. Уйланып, фекер төйнәп йөрөгәндән һуң тиҫтерҙәремә әкренләп вәғәздәр һөйләй башланым. "Тормошта кеше кем генә булмаһын, ул барыбер Аллаһ Тәғәләнең барлығын һәм берлеген белә" тигәнгә ошо ваҡытта тағы ла нығыраҡ төшөндөм. Һөҙөмтәлә вәғәз һөйләүемде йышайттым, миңә яҡынайғандар ҙа күбәйҙе. Әл-хәмдү лил-ләһ, бихисап егеттең намаҙға килеүенә, тура юлға баҫыуына үҙ өлөшөмдө индереү бәхетенә өлгәштем. Беҙгә һис кем ҡаршы килмәне, сөнки берәүгә лә теймәнек, һүҙ әйтмәнек, ҡыҫылманыҡ. Кем генә булыуына ҡарамаҫтан, әҙәм балаһын хөкөм итергә тейеш түгелбеҙ, быға Хоҙайҙың ғына хаҡы бар. Аллаһ Тәғәлә "Ҡөрьән Кәрим"дә: "Минең барлығымды һәм берлегемде танытырға тырыш, аңлат, һөйлә", — тигән. Һәр кешенең күңелендә иман бар, уны күрә белергә, һаҡларға, үҫтерергә кәрәк.
IV курста уҡыған саҡта педагогика буйынса практикаға ебәрҙеләр. Миңә Ишембай ҡалаһы бүленде. Практика мәлендә XI класта уҡып йөрөгән Илмира исемле ҡыҙҙы осраттым. Аҙаҡ уның менән ғаилә ҡорҙоҡ, хәҙер инде Ғәйшә исемле ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Заманында мине Ишембайға практикаға ебәргән, мауыҡтырғыс дәрестәре аша күңелемдә бөйөк шәхестәребеҙгә ихтирамды арттырған уҡытыусым, милләтебеҙҙең данлыҡлы улы Мирас Хәмзә улы Иҙелбаевҡа ҙур рәхмәтлемен.
— Студент ваҡытында туплаған тәжрибәгеҙҙең артабанғы эшмәкәрлегегеҙҙә ярҙамы ҙур булғандыр?
— Әл-хәмдү лил-ләһ, шулай. 2009 йылдан алып уҙған йылдың ноябренә ҡәҙәр Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратындағы Йәштәр бүлегенә етәкселек иттем. Унда элекке тәжрибәнең әһәмиәте айырыуса ҙур булды.
Әле Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллиндың урынбаҫарымын. Йәштәр менән эшләүҙән тыш, иңемә район-ҡалаларҙағы тәртипте, мәсеттәр торошон контролдә тотоу, экстремистик ағымдарға ҡаршы көрәш алып барыу, йәмғиәтте уларҙан ҡурсалау бурысы йөкмәтелде.
Нисек кенә булмаһын, республикала динебеҙ әле бер бәләкәй генә үҫенте, морон төрткән сәскә кеүек. Уны ҡурсалап ҡына үҫтерергә, сит ағымдарҙан һаҡларға кәрәк. Ошо маҡсатҡа ынтылабыҙ һәм киләсәктә лә уға тоғро ҡалырға яҙһын, иншаллаһ.
Тормош һәм шәриғәт ҡанундарын Нурмөхәмәт хәҙрәттән өйрәнәм, халҡыбыҙҙың олуғ шәхесенә ихтирам-хөрмәтем, рәхмәтем сикһеҙ. Ғөмүмән, үҙемде Диниә назаратында эшләп йөрөгән кеше тип түгел, ә уҡыусы-шәкерт тип иҫәпләйем. Дини юлда йөрөүем менән сикһеҙ бәхетлемен. Бындай аһәңгә һәр кем эйә була ала.
— Гәзит уҡыусыларға ниндәй теләктәрегеҙ бар?
— Һәр кем иң тәүҙә Аллаһ Тәғәләнең барлығын һәм берлеген таныһын. Уның рәхмәтенә, ярҙамына таянып йәшәһен. Халҡыбыҙ бер ваҡытта ла ауырлыҡтар алдында бирешеп ҡалмаһын, тырышһын, маҡсаттарға Аллаһ ризалығы менән өлгәшергә ынтылһын. Алда — Ураҙа айы, Ҡорбан байрамы. Уларҙы матур итеп ҡаршылайыҡ, лайыҡлы үткәрәйек. Аллаһ Тәғәлә һәр изге эшкә бәрәкәт бирһен, күңелдәребеҙ тыныс, тормошобоҙ бәхетле, имен булһын, иншаллаһ.
Наҙгөл ХАРИСОВА әңгәмәләште.


Вернуться назад