Уларҙы йыр осраштырҙы06.06.2014
Уларҙы йыр осраштырҙы
Ул миңә иҫән сағында рәхмәт әйтте. Атаһын мәңгелеккә юғалтҡандан һуң рәхмәт һүҙҙәрен улы ла еткерҙе. Атай һәм ул. Яҙмыштың ҡатмарлы боролоштары арҡаһында улар бик күп йылдар бер-береһе менән аралашмаған.


Салауат Низаметдинов үҙенең үткән тормошонан сер яһаманы, бер кемдән дә бер нәмә лә йәшермәне, ихлас һәм асыҡ булды. Рәсми рәүештә яҙылышып, өс ҡатынға өйләнгәнен дә "Комсомольская правда" гәзитенә биргән интервьюһында асыҡтан-асыҡ әйтте. "Тәүге ғаиләмде йәшлегем, алйотлоғом арҡаһында юғалттым. Әлеге аҡылым булһа, йәшәр инем", — тине.
Студент саҡта өйләнгән беренсе ҡатынынан Салауаттың ике балаһы, йәғни ҡыҙы менән улы үҫте. Беҙҙең яңы танышып, аралашып, ижадта янып йәшәгән осорҙа балалары хаҡында үҙенән дә ишеткәнем булды. Аҙаҡ Салауат яңы ғаилә ҡорҙо. Мин дә тормошҡа сыҡтым. Яйлап һөйләшеп ултырырға мөмкинлектәр сикләнде. Осрашһаҡ та, эш буйынса ғына: йә мин шиғырҙарымды уҡыйым, йә ул яңы көйҙәрен уйнап ишеттерә. Аҙаҡ Салауат башкөлләй етди музыка ижад итергә тотондо: опералар яҙғанда йырға ваҡыты ҡалманы. Шулай ҙа йыл һайын концерттарын ойоштороп, яңы йырҙарын тамашасыға еткереп торҙо.
Һәр ҡайһыбыҙ үҙ тормошо менән ҡайнаны. Салауат популяр композитор булып китте. Мине күберәк журналистика баҫты. Нисәнсе тапҡырҙар ошо һөнәрҙе һайлауыма ҡыуанып бөтә алмайым. Был юлы ла яҙмыш миңә көтөлмәгән осрашыу бүләк итте.
...Затон биҫтәһендәге мәктәптәрҙең береһендә иҫ китмәле шәп уҡытыусы менән таныштым. Үҙ һөнәрен шул тиклем яратҡан, балалар менән ваҡытын йәлләмәйенсә ихлас эшләгән уҡытыусылар хәҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик күп түгел.
Һөйләшеп ултыра торғас, ул миңә һүҙ араһында ғына: "Беҙҙә йыл һайын һыу ташҡан осорҙа өйҙәре менән зыян күргән ғаиләләр бар. Затон биҫтәһенә яҡын ауылдар бигерәк тә оло ҡаза кисерә. Араларында ныҡ ауырлыҡ күреп йәшәүселәр байтаҡ. Шуларға ярҙам итергә тырышабыҙ, кемдәр нимә килтерә, барыһын да йыйып тапшырабыҙ. Бер завод директоры үҙҙәренең коллективынан йыйған әллә күпме әйбер килтерҙе. Әйткәндәй, ул балалар өсөн матур йырҙар яҙа. Уларҙы күберәк мөмкинлектәре сикләнгән балалар башҡара. Конкурстарҙа ҡатнашып, лауреат булалар. Әгәр һеҙҙе ҡыҙыҡһындырһа, телефонын бирәм", — тине. Нисек инде ҡыҙыҡһындырмаһын — завод директоры һәм балалар өсөн көйҙәр яҙыусы! Етмәһә, ни сәбәптәндер, уларҙы ғәрип бәләкәстәр йырлай.
Шылтыраттым. Осрашырға килештек. Бер көн Матбуғат йортондағы редакция бүлмәһенә олпат кәүҙәле ир килеп инде. Үҙе менән йырҙары яҙылған аудиотаҫма һәм концерт барышы төшөрөлгән видеояҙмаһын да алып килгән.
Дисктағы мәғлүмәттәр яҙылған юлдарҙы уҡып ултырғанда, Низаметдинова фамилияһы күҙгә салынды. Йырҙар авторының — алдымда ултырған завод директорының — исеме лә таныш кеүек... Тик фамилияһы ғына икенсе. Шулай ҙа ҡапыл һорай ҡуйҙым:
— Һеҙ Салауаттың улымы әллә?
Был тертләп китте лә, аптырап:
— Ә һеҙ ҡайҙан белдегеҙ? — тине.
— Миңә атайығыҙҙың һеҙҙең хаҡта һөйләгәне бар ине.
— Ҡыҙғанысҡа, күптән аралашҡаныбыҙ юҡ...
— Ә ниңә фамилияң икенсе?
— Көйҙәр яҙғанымды белгәндәр, атаһы ярҙам итә, тип уйламаһын өсөн үҙгәрттем...
Был көндө беҙ завод директорының ижады хаҡында ғына түгел, ә тормошо тураһында ла оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ.
— Һеҙҙең менән танышыуымды атайыңа әйтәйемме?
— Юҡ, зинһар, өндәшмәгеҙ. Минең күңелемдә уға ҡарата бала саҡтан ҡалған үпкә һаҡлана. Беҙгә атайһыҙ үҫеүе бик ҡыйын булды...
— Аңлайым. Үҙем дә атайһыҙ етем үҫкән кешемен. Ләкин, минекенән айырмалы, һинең атайың иҫән. Үҙең дә хәҙер инде өс бала атаһы булғанһың. Үткәндәрҙе, нисек кенә ҡыйын булмаһын, кисерергә көс табып, атайың менән аралашырға кәрәктер. Был донъя өс көнлөк кенә бит, үкенескә ҡалмаһын. Уның да һеҙҙең менән һөйләшкеһе киләлер. Һин йәш кеше, бала булараҡ, үҙең башлап шылтырат. Атайыңдың да, нисек кенә танылған булмаһын, ярҙамға мохтаж саҡтары барҙыр, терәк-таяныс кәрәктер.
Аныҡ ҡына яуап ҡайтарманы ул. Мин завод директорының ижады хаҡында гәзиттә мәҡәлә баҫтырып сығарҙым. Беҙҙең фотограф өйөнә барып, ҡыҙҙары менән пианинола уйнап ултырғанын фотоға ла төшөрөп алды.
Күпмелер ваҡыт үткәндән һуң, бер мәл Салауат эш буйынса шылтыратты. Әҙерәк икеләнеберәк торғандан һуң:
— Мин һинең улың менән таныштым бит әле, — тип хәбәр һалдым. Көтөлмәгән яңылыҡ ишетеүҙән Салауат оҙаҡ ҡына өндәшмәне, шунан:
— Нисек? — тип һораны. Мин барыһын да һөйләп бирҙем. Һаман да ышанып бөтмәне шикелле:
— Ә исеме нисек? — тине.
Инде шикләнергә урын ҡалмағанын тойоп:
— Ниңә фамилияһын үҙгәрткән һуң? — тип һораны. Тауышында үпкә ноталары ла һиҙелгәндәй ине.
— Һин ярҙам итә икән, тип уйламаһындар өсөн шулай иткән. Уныһы, бәлки, мөһим дә түгелдер. Эш шунда: улың йырҙарын башҡарырға мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ышанып тапшыра, уларҙы сәхнәгә сығарып, күңелдәрен күтәрә. Унда һинең ҡаның ҡайнай, Салауат. Осрашығыҙ, һөйләшегеҙ.
Был юлы Салауат үҙенең әллә ҡасанғы үпкәләрен иҫенә төшөрҙө:
— Мин уларға бәләкәй саҡтарында ярҙамлашырға теләнем, ләкин ҡабул итмәнеләр. Тәүҙә осраша инем, аҙаҡ уныһы ла мөмкин булманы...
— Хәҙер ул заманға күпме йыл үткән. Һин бит оло кеше — атайһың, үҙең башлап шылтырат, ейәндәрең менән танышҡың килмәйме ни? Улыңды уңыштары менән ҡотла, йырҙарын тыңлап ҡара. Бәлки, профессиональ күҙлектән һинең фекереңә мохтаждыр...
Ҡыҫҡаһы, икеһе менән дә булған оҙон-оҙаҡ һөйләшеүҙең төп йөкмәткеһе шуға ҡайтып ҡалды. Икеһенә лә телефондарын бирҙем.
Йәнә күпмелер ваҡыт үтте. Бер мәл Салауат шылтырата:
— Рәхмәт һиңә, Зөһрә, миңә яңынан ғаиләмде ҡайтарырға ярҙам иттең. Осраштыҡ. Һөйләштек. Башта кафела улымдың ҡыҙҙарын — ейәнсәрҙәремде — ҡыҙым Ләйсән менән таныштырҙым. Хәҙер балалар бер-береһен белә.
Тауышынан һиҙелеп тора: күңеле булған.
— Ә йырҙарын тыңланыңмы һуң?
— Студияға ла килде улым. Тыңланым. — Ҡәнәғәт сағында Салауаттың тамағын ҡырып ала торған ғәҙәтен һиҙгәнем бар. Был юлы ла бер-ике тапҡыр маҡтанған һымаҡ тамағын ҡырып алды ла:
— Нисауа, нисауа! Үҙемә оҡшаған, — тип ҡуйҙы.
Әлбиттә, нисауа, тим эстән генә, һиңә оҡшамай кемгә оҡшаһын. Әгәр шулай булмаһа, музыка мәктәбенә лә йөрөмәгән өлкән кешенең үҙаллы ноталарҙы өйрәнеп, пианинола уйнарға оҫтарыуын нисек аңлатырға? Гендар ҡайнай ҡанда, гендар!
...Нисәмә йылдан һуң, атай менән ул йәндәш кенә түгел, рухташ, ижадташ булып, бер-береһен табып, киләсәккә матур пландар ҡороп йәшәй башлағанда ғына, аяҙ көндә йәшен атҡандай, Салауат арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы. Улы ерләү мәшәҡәттәрен үҙ өҫтөнә алып, йүгереп йөрөнө, атаһының баш осона баҫып һуңғы һүҙҙәрен әйтергә көс тапты, ҡырҡын уҡытҡанда ла туғандары менән бергә ултырҙы...
...Салауат Низаметдиновтың бик күп ҡатмарлы йырҙарын башҡарған, тап композитор теләгән кәйефте, көсөргәнеште тамашасыларға еткергән талантлы йырсы Әлфиә Юлсурина ижадташ дуҫының тыуған көнөн – 3 мартты – йыл да композитор иҫтәлегенә концерт менән билдәләп китергә тип тәҡдим индерҙе һәм быйыл тәүге тамашаны ойошторҙо. "Туҡтаны моң..." тип аталды ул концерт.
Бер-ике көн ҡалғас, "Улын саҡырҙығыҙмы?" — тип һорай ҡуйҙым. Үҙенән һораһам, концерт хаҡында бөтөнләй хәбәрҙар булмай сыҡты. Әлфиә аша саҡырыу билеты хәстәрләп, филармонияла ҡаршы алдым. Бәләкәйҙән икенсе мөхиттә үҫкән егет башҡортса йырҙарҙың һүҙҙәрен аңламауын, әммә музыкаһын тыңлап кинәнеүен әйтте. Был уның атаһы менән яңынан осрашыуы булғандыр, тим. Сөнки Салауаттың Әлфиә генә башҡара алған ярһыу хисле йырҙарында йөрәгенең тетрәнеүҙәре, күңел кисерештәренең айҡалыуы- сайҡалыуы, мөхәббәте, нәфрәте, тормошто һөйөүе, ауырлыҡтарға ҡаршы көрәшеүе — барыһы ла сағыла. Йыр-моңдары, көйҙәре аша Салауаттың бөтә ғүмерен, яҙмышын күҙ алдына баҫтырырға мөмкин.
Тәнәфестә, бөтә тамашасы залдан сығып киткәндә, олпат ирҙең уйланып ултырыуынан күңелендә ниндәй хис ҡойондары уйнауын һиҙенһәм дә, эргәһенә барып, хәл-әхүәлен һорашмай булдыра алманым.
— Әлбиттә, һүҙҙәрен аңламайым, әммә музыкаһы көслө! — тине ул моңһоу ғына. Үҙе һаман да әле генә тынған моң донъяһынан арынып бөтмәгән кеүек. Күренеп тора: тетрәнеүе йөҙөнә сыҡҡан. Тере атаһының сәхнәләге видеокадрҙарын күреп, нисәмә йыл аралашмай үткән ғүмер өсөн үкенеү ҙә, әрнеү ҙә, ни тиклем ҡәҙерле минуттарҙы бер-береһенән мәхрүм итеүҙәре өсөн әсенеү ҙә булмай ҡалмағандыр.
— Үҙең әле лә йырҙар яҙаһыңмы? — тип һораным ауыр уйҙарынан әҙерәк арындырыр өсөн.
— Яҙам. Өлкәндәр өсөн ике йырым бар. Береһен атайым тыңлап өлгөрҙө. Оҡшатты, — тине лә, — оҡшатҡайны, — тип төҙәтеп ҡуйҙы. — Хәҙер минең ижадҡа ваҡыт күп. Мәскәүҙәр заводты һатып алып, үҙҙәренең кешеһен килтереп ултыртты. Мин әлеге мәлдә эшһеҙмен...
— Тыңлап ҡарарға теләһәгеҙ, бына йырым, — тип телефонында яҙған көйҙө яңғыратты.
— Улай булғас, әйҙә, Әлфиәгә тыңлатып ҡарайыҡ.
Тәнәфестән файҙаланып, сәхнә артынан гример бүлмәһенә индек. Әлфиә менән таныштырғас, йырҙы тыңлаттыҡ.
— Иҫ киткес шәп! — тине Әлфиә Юлсурина, һәр ваҡыттағыса хискә бирелеп, һоҡланыуын йәшермәйенсә. — Беҙгә ошондай патриотик йырҙар бик кәрәк. Мотлаҡ икеһен дә үҙемдең репертуарыма аласаҡмын...
...Бер нисә көн үткәс, Салауаттың улы шылтырата:
— Һеҙгә ҙур рәхмәт!
— Концерт шәп булды бит, эйеме?
— Концерт өсөн генә түгел... Һеҙ аңлайһығыҙҙыр...
Эйе, аңлайым, балаҡай... Их, бигерәк әҙ аралашып ҡалдығыҙ шул. Ә барыбер нисәмә йылдан һуң береһе үҙе атай булғас, атаһының хәлен нығыраҡ аңлап, икенсеһе олатайлығын тойоп, ғорурлыҡ хистәре кисереп, балаһында моң дауамы ҡалыуын белеп, ҡыуаныс менән бәхетле минуттар кисергәндер. Ҡыҫҡа ғына булһа ла ғүмерлек иҫтәлек ҡалдырырлыҡ минуттар кисергәндер атай менән ул.
...Әгәр улар осрашмаһа, ниндәй үкенес булыр ине – уйлауы ла ҡот осҡос. Ғүмер буйы әрнеп һыҙлар яра йөрәктә һулҡылдар ине. Тормошта әжәлдән башҡа бөтә нәмәне лә төҙәтергә, үҙгәртергә, кире ҡайтарырға мөмкин. Ғәфү итергә, кисерергә, түҙергә өйрәнергә кәрәк әҙәм балаһына. Әсәйемдең бер һүҙе гел ауыр ваҡытта иҫемә төшә. "Һөймәҫемде һөйөрмөн һөйөрөмдөң хаҡына", — ти торғайны ул йыш ҡына. Һөйгән кешең хаҡына яратмаған, оҡшатмаған кешеләрҙе лә яратырға, оҡшатырға, бик булмаһа, түҙергә тура килә шул был тормошта. Тик мәңгелек һыҙлауыҡ булып йәшәрлек үкенестәр генә ҡалмаһын.
Салауат менән улының байтаҡ ғүмер уҙғас осрашыуына сәбәпсе булыуыма ҡыуанып бөтә алмайым. Икеһе лә тәүге аҙымды яһарға баҙнат итмәйенсә, күпме аҫыл ғүмерен заяға үткәреүҙәре аяныслы. Ә шулай ҙа улар осрашты, бер-береһен ғәфү итте, аңлашты. Икеһе лә аҙаҡ миңә рәхмәт әйтте. Салауат — ҡыуанысынан, улы — бәхетенең юғалтыу һағышына әйләнеүенән һуң. Шуныһы күңелгә тыныслыҡ бирә: атаһын һуңғы юлға оҙатҡанда улы бар хәстәрлекте үҙ иңдәренә алды. Был — тормоштоң изге ҡануны.
...Байтаҡ йылдар ижадташ дуҫтар булыу тормошобоҙҙа бик күп иҫтәлектәр ҡалдырҙы. Әлеге яҙмаларым — шуларҙың береһе генә. Ғибрәтле лә, фәһемле лә яҙмыш биттәре булып, онотолмайынса күңелдә һаҡлана. Ҡайһы саҡта үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә өсөнсө кешенең килеп инеүе, хатта ситтән әйтелгән бер һүҙ ҙә тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртеп ебәреү көсөнә эйә икән.
...Ә шулай ҙа барыбер уларҙы йыр осраштырҙы, тип уйлайым.


Вернуться назад