Ҡаһармандар булдыҡ һуғышта, еңелмәйек тыныс тормошта!06.06.2014
Быйыл мартта гәзит-журналға яҙылыу хаҡының күпкә артҡанын ишеткәс, һәр кем шаҡ ҡатҡандыр. Миңә ҡалһа, ошо көнгә тиклем эштең яйға һалынырына һаман өмөт итә инем.


Рауил Бикбаев әйтмешләй:
"Беҙҙә һаман ихлас инаныуҙар,
Етербеҙ ҙә бер саҡ хаҡ көнгә..."
Ысынлап та, халыҡ һаман ихлас ышана, киләсәктең яҡты булырына, етәкселәрҙең аҡыл менән эш итә башларына өмөт итә. "Еңеү көнө" тигән шиғырында Рәшит Сабитов:
"Ҡаһармандар булдыҡ һәр һуғышта
Тик еңелдек тыныс тормошта", —
тип яҙғайны. Миллиондарса ҡорбан биреп, илебеҙҙе фашистарҙан яҡлап, һаҡлап алып ҡалдыҡ, ә уның эсендә аңлашып, бер-беребеҙҙе күтәреп йәшәй алмайбыҙ. Быны күреү ифрат ауыр.
Хатта уҙған быуаттың 60 — 70-се йылдарында, һуғыштан һуң илде аяҡҡа баҫтырыу осоронда, бындай кире күренеш булманы, сөнки дәүләт һәм халыҡ бер төптән эш итә ине. Матбуғат — бөгөнгө ил тормошоноң сағылышы, етәкселек менән хеҙмәт кешеһе араһындағы төп бәйләнеш сараһы. Быға ҡәҙәр ике яҡ та гәзит-журналдың киң таратылыуына ҙур иғтибар биреп килде һәм шулай булырға тейеш тә. Элек һәр өйҙә әллә нисәмә дана матбуғат баҫмаһы алдырырҙар ине. Яҙылығыҙ, тип өгөтләп йөрөүселәр ҙә булманы. Һәр район, ауыл Советы етәкселеге подписка буйынса отчет ҡына бирә ине, буғай. Ә мөхәрририәттең, хәбәрселәрҙең бөгөнгө кеүек райондар буйлап йөрөүе — башҡа һыймаҫ эш. Ләкин шунһыҙ булмай, башҡа сара юҡ. Халыҡтан "яҙылығыҙ" тип һорауы ла оят — хаҡтар ат бәйәһенә етте бит! Беҙ һайлаған депутаттар ҡайҙа һуң? Ни өсөн улар был йәһәттән бер ни ҙә өндәшмәй? Әйтерһең, ишетмәйҙәр ҙә, күрмәйҙәр ҙә...
Ҡайһы берәүҙәр Интернеттың, телевидениеның алға китеүенә һылтана. Мәғлүмәтте ҡулға тотоп уҡыуға ни етә һуң?! Совет дәүерендә донъяла халҡы иң күп уҡыған ил инек. Хәҙер иһә йәш быуын өсөн китап, гәзит-журнал бөтөнләй ят булып бара, уларҙың театрға, киноға йөрөүе лә — һирәк осраған күренеш. Әлбиттә, мәжбүр итеү мөмкин түгел, күңелдәрендә рухи ынтылыш булырға тейеш. Ә был эске тойғоға уҡыу-уҡытыу, тәрбиә өлкәһендәге нигеҙһеҙ үҙгәрештәр ҙә кире йоғонто яһамай ҡалмай. Ул реформалар рухи донъянан башлап бөтә илде емермәҫ, тимә. Хеҙмәт кешеһен генә түгел, тотош дәүләтте тотоп торған сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау тармаҡтарының эшен йүгәндән ысҡындырыу, иғтибарҙан айырыу хаяһыҙлыҡҡа, урлашыуға, алдашыуға килтерә лә инде.
Матбуғатҡа килгәндә, уны һаҡлап ҡалыу юлдарын күмәкләп эҙләргә кәрәк. Был йәһәттән "Башҡортостан" гәзитендә Марсель Ҡотлоғәлләмов "Артҡа әйләнеп, алға барып булһасы..." тигән мәҡәләһе аша үҙ тәҡдимен индерҙе. Уйланырға урын бар. Минеңсә, республика гәзит-журналдары үҙ һүҙен әйтеп, урынында ҡалырға тейештер. Рәсәй Президентына халыҡ һүҙен ишеттерергә кәрәк. Бөгөнгө ил етәкселеге халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртһа, йәш быуындың ысын граждандар булып үҫеүен теләһә, матбуғаттың юлын ябырға тейеш түгел. Мәсьәләне үҙ республикабыҙҙа хәл итеү яғын да тиҙерәк ҡайғыртырға кәрәк. Эште, әйтеп үтеүемсә, депутаттарға мөрәжәғәт итеүҙән башлау отошло булыр. "Күмәкләгән — яу ҡайтарған", ти бит халыҡ. Мәсьәләне кисекмәҫтән ҙур кәңәшмәлә тикшереү юлын хәстәрләйек. Халыҡ иһә гәзит аша үткер һүҙен әйтһен. Был бөтәбеҙгә лә ҡағыла — битараф ҡалмайыҡ, йәмәғәт!






Вернуться назад