Беҙҙең ауылда бәләкәйҙән етем ҡалып, яҡын туғандары Кинйәғол менән Сәлих Хөсәйеновтарҙың тәрбиәһендә буй еткереп, өйләнеп, дүрт балаға ғүмер биргән, колхозда алмаштырғыһыҙ ат ҡараусы булған Мырҙамөхәмәт Ишбаевтың киләсәккә ҡоролған ниәттәре ҡапыл селпәрәмә килә: һуғыш башлана. Ул 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы сафына яуға оҙатыла.
Мырҙамөхәмәт ағай буйға бәләкәй, әммә ныҡлы кәүҙәле, зәңгәр күҙле, аҙ һүҙле булып хәтерҙә ҡалған. Ул һәр ваҡыт ат араһында йөрөр, янында малайҙар уралыр ине. Балаларға ниҙер һөйләй, күрһәтә. Йәйгеһен иһә малайҙар һыбай атланып, кемуҙарҙан сабып килә лә Эйеккә ат йөҙҙөрөргә төшә. Мырҙамөхәмәт ағай юртағында уларҙың артынан ҡарап йөрөй. Эйек буйы ат йөҙҙөргән малайҙарҙың шат тауышынан гөрләп торор ине...
112-се дивизияға алыныу менән Мырҙамөхәмәт ағай һыбайлы-разведчик булып китә. Уның ҡатыны Мәғүҙә апайҙың атайымдан иренең хатын уҡытҡаны хәтерҙә ҡалған. Яҙмалағы "...Немецтар көслө, беҙ уларҙан да таһылыраҡ. Задание менән төнөн сығып китәм дә таң һыҙылыуға ҡайтып етәм. Юртағым менән бергә булғас, бирешмәйбеҙ" тигән һүҙҙәр һаман да иҫемдә. Был Мырҙамөхәмәт ағайҙың һуңғы хаты булғандыр, сөнки Мәғүҙә апайҙың унан һуң бик оҙаҡ хәбәр көтөп ғазапланғаны күҙ алдымда тора. Дүрт бала менән тол ҡалды ул.
Мырҙамөхәмәт ағай ауылдаштарының күңелендә "разведчик Ишбаев" булып һаҡланды. Бәлки, ниндәйҙер батырлыҡ та күрһәткәндер, наградалары ла булғандыр... "Хәбәрһеҙ юғалды" тигән мөһөр һуғылғандарҙың яҙмышы сер булып ҡалды шул...
"Ҡыҙыл атлылар" гәзитендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең ҡаһарманлығы, ҡаҙаныштары даими сағылыш тапҡан. Бәлки, "Разведчик Ишбаев" тигән мәҡәлә лә сыҡҡандыр, әммә, баҫманың барлыҡ һандарының да беҙҙең көндәргә килеп етмәүе сәбәпле, күп мәғлүмәттән мәхрүмбеҙ. Ләкин шуныһы мәғлүм: "Ҡыҙыл атлылар" гәзите үҙ бурысын тулыһынса үтәгән.
(Иҫкәрмә. Мәҡәләнең 25 апрель һанында донъя күргән өлөшөндәге "70 меңдән ашыу" тигән һүҙҙәрҙе "700 меңдән ашыу" тип уҡырға кәрәк).