БЕР ЮЛЫ ИКЕ ҠУЯН06.06.2014
БЕР ЮЛЫ ИКЕ ҠУЯН Стәрлетамаҡта баҫмаларға яҙылыу көнө ойошторолдо

Ниндәй генә үҫешкә өлгәшелмәһен, ваҡытлы матбуғат баҫмалары юҡҡа сығасаҡ, тип күпме генә ҡурҡытмаһындар, шөкөр, гәзит-журналдар нәшер ителеп килә, яҙмыштарына битараф булмағандар етерлек. Был хәҡиҡәткә Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙған баҫмаларға яҙылыу сараһында ла инандым.


БЕР ЮЛЫ ИКЕ ҠУЯН– Айырым көндә ойоштороу йолаға әүерелде. Йыл да халыҡ әүҙем ҡатнаша, күптәр яҙыла, — ти Стәрлетамаҡ почтамтының матбуғатҡа яҙыу бүлеге начальнигы Наталья Морозова.
Сараның төшкә табан башланыуына ҡарамаҫтан, иртән иртүк бала-саға ла, йәштәр ҙә, инәй-бабайҙар ҙа урында ине инде. Теләгәндәр яратҡан баҫмаларына яҙылып, сараның тағы бер өлөшөн – концерт башланыуын һәм квитанциялар буйынса бүләк отоу мәлен — көттө. Шул саҡ “Башҡортостан” гәзитенең күптәнге дуҫы Мәрйәм Кәримованы тап иттем. Ул баҫмабыҙға алдағы ярты йыллыҡҡа яҙылырға тип килгән.
БЕР ЮЛЫ ИКЕ ҠУЯН— Стәрлетамаҡта үткән быуаттың 60-сы йылдарынан алып йәшәйем. Һеҙҙең гәзитте лә шул осорҙан башлап алдырам. “Башҡортостан” һәр саҡ кәңәшсе лә, күңел йыуатыусы ла булды, мәғлүмәт яланы ла, — ти Мәрйәм Рәшит ҡыҙы. Әйткәндәй, Дәүләкән районынан ул, ғүмер буйы хеҙмәт кешеһе булған, “Авангард” заводында эшләгән.
Яҙылыу сараһы хаҡында шуны әйтке килә: гәзит-журналдар һуңлап таратылыу арҡаһында “Рәсәй почтаһы”н күпме генә “иләктән" үткәрмәһендәр, ошондай сара ойоштороп, гәзит уҡыусыларҙы күбәйтеү — һәйбәт күренеш. Хәйер, төп таяныс та улар бит. Ана, өҫтәүенә, баҫмаларға яҙылыусылар бүләктәр ҙә отто. Ғөмүмән, сараға килгәндәр ике ҡуянды бер юлы атты.




“Башҡортостан” – халыҡ һүҙе,
“Башҡортостан” – милләт йөҙө,
“Башҡортостан” – рух терәге,
“Башҡортостан” – ил йөрәге.

Башҡорт донъяһын яҡтыртҡан, халҡы тураһында хәстәрлек күргән, киләсәккә өмөт уятҡан “Башҡортостан” гәзите һеҙҙең менән бергә йәшәй, хуплай, өндәй, тәнҡитләй, тарих биттәрен аса, күренекле шәхестәрҙе, уңған ғаиләләрҙе өлгө итеп ҡуя, ыңғай тәжрибә тарата...
Гәзиттең махсус биттәрендә һәм рубрикаларҙа көнүҙәк мәсьәләләр, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр баҫыла. Йәнегеҙ шиғриәт тулҡындарында бәүелер, мауыҡтырғыс әҫәрҙәр донъяһына сәфәр ҡылырһығыҙ.
“Башҡортостан” – һинең гәзитең ул!
“Башҡортостан” – халыҡ гәзите!



Вернуться назад