“Бәхеткә төрөнөп йәшәйем”06.06.2014
“Бәхеткә төрөнөп йәшәйем”
Тыуған ерҙән торған ер яҡшы, ти халыҡ мәҡәле. Йыраҡ Илеш тарафтарынан килен булып төшкән Ридә Мирғәзиева— Юлғотлинаға ҡарап, был һүҙҙәрҙең хаҡлығына инанырға була. 1983 йылда Баймаҡ егете Әмир Юлғотлин менән Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡыған йылдарында танышып, ғаилә ҡора. Тәүге улдары Азамат та студент йылдарында донъяға килә. Ҡулдарына диплом алған йәштәр һис икеләнеүһеҙ Әмирҙең тыуған ауылы Ниғәмәткә килеп төпләнә. Ике йәш белгескә шундуҡ колхозда эш табыла, йорт та бирелә. Уларҙың тормоштарын йәмләп, бер-бер артлы Салауат менән Зөлфиә тыуа.


— Баймаҡ килене булыуым менән ғорурланып йәшәйем, — ти Илеш ҡыҙы. – Ауыл халҡына шул тиклем ҙур рәхмәтлемен, мине бер ваҡытта ла ситләткәндәре булманы, бигерәк тә Илештән булыуымды яраттылар. Беҙҙең дуҫлыҡтың сағыу күренешеһең тип, һәр саҡ Баймаҡ-Илеш дуҫлығына бәйле сараларҙан ҡалдырмайҙар, Илеш районына барған делегация составында ла, бында ла алып йөрөйҙәр. Тормошомда Баймаҡ егете осрауына һәр саҡ ҡыуанып, бәхеткә төрөнөп йәшәйем.
Бөгөн Әмир Юлғотлин эшҡыуар булып, ағас эшкәртеү менән шөғөлләнһә, шиғри күңелле Ридә ханым — уның уң ҡулы, иң яҡын ярҙамсыһы.


Вернуться назад