Һуғыш башланыр алдынан районға Илеш менән Саҡмағош яҡтарынан бер нисә ғаилә күсеп килә. Улар үҙҙәре айырым бер хужалыҡ булып, төп халыҡ менән биш йыллыҡтарҙа ҡатнашырға тейеш була. Әммә һуғыш ҡамасаулай: күптәре Тыуған илде һаҡларға китә, олораҡтары бронь менән ҡалдырыла. Һуңғылары иҫәбенә Шәрифйән Ғәлимханов та инә.
Ауылдаштары уны (урындағы халыҡ уҙаманды үҙ рәтенә күптән индергән) мейессе Шәрифйән тип йөрөтә. Ниғәмәт ауылында ғына түгел, хатта күрше-тирәлә уның ҡулы теймәгән бер генә йорт та юҡтыр. 1941 йылдың ҡаты буранлы ҡышында тыуған Илешен ташлап, яңы торор еренә — Баймаҡ төбәгенә — килеп, күпме юҡһыныу-һағыныуҙар кисереп, балаларын кеше итергә тырышып, ошо ергә берегеп, үҙ кеше булып йәшәүе күптәргә өлгө булырлыҡ. Бөгөн мейессе Шәрифйән ҡарттың улы Мәжит Ғәлимханов, башҡорт ҡыҙына өйләнеп, һигеҙенсе тиҫтәне ҡыуып, Ниғәмәт ауылында гөрләтеп йәшәп ята.
Йөҙ-һыҙатында, булмышында һәм йәшәйешендә “татар ҡаны” күҙгә бәрелеп торһа ла, баймаҡтарса ҡаршыланы ул беҙҙе. Бала саҡтан башҡорттар араһында йәшәүе, беренсе кластан ошо телдә белем алыуы уны үҙ кешегә әйләндергән. Әммә әңгәмәсем тап ошонда бала сағы үтеүенә, ғүмер кисереүенә һис тә үкенмәй.
— Тормошомда ут сәсрәтеп торған, эшкә уңған Хәҙисәне осратыуым менән бик бәхетлемен, — ти Илеш районында тыуып үҫкән Мәжит ағай Ғәлимханов. – Ошо йәшемә тиклем берәү ҙә мине ситләтмәне, ҡырын күҙ ҙә һалманы. Тормошта ла, ғаиләлә лә милләт араһына бәйле низағтар булманы. “Һин — татар, мин – башҡорт” тигән һүҙҙәрҙе бөтөнләй ишетмәнек. Өс ҡыҙға, бер улға ғүмер бирҙек, барыһы ла бынамын итеп үҙ аллы донъя көтә, беҙҙе лә ярҙамдарынан ташламай.
Ҡатын-ҡыҙға хас ҡыҙыҡһыныуымды тыя алмай, Хәҙисә инәйҙән ипләп кенә: “Кейәүгә сыҡҡанда туғандарығыҙ риза булдымы?” – тип һорамайынса түҙә алманым.
— Бирмәйбеҙ, тип сат йәбештеләр, әммә Мәжиткә ҡарата һөйөүем көслө ине, барыбер уға кейәүгә сыҡтым. Бына инде 53 йылдан ашыу татыу йәшәйбеҙ, бер ваҡытта ла уның мине йәберләгәне йәки тормошҡа сығыуыма үкендергәне булманы. Бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлап, ғүмер буйы колхозға хеҙмәт итеп ғүмеребеҙ үтте, — ти Хәҙисә инәй.
Әлбиттә, Илеш яҡтары Мәжит Ғәлимхановтың иҫенән сыҡмай, олоғая килә күңелен нығыраҡ арбай бара. Бәхеткә күрә, уларҙы Өфөгә “Аҡ тирәк, күк тирәк” тигән телетапшырыуға саҡырғандар, тыуған яғынан да бәйгеселәр ҡатнашҡан. Шунда Бүләк ауылынан йыраҡ булмаған Абдуллала йәшәгән туған тейешле Йәмил Мулланов менән танышып, артабан уларҙың саҡырыуы буйынса тыуған яғына юл алғандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуып үҫкән ауылы бөткән, йорттарҙың нигеҙ таштары ғына ҡалған. Шулай ҙа Мәжит олатай үҙе донъяға килгән йорт нигеҙен таныған: уның янында үҫкән өс тирәк, нисәмә йыл үтһә лә, ҡоромай, Ғәлимхановтарҙың нигеҙен һаҡлай икән. Ошо сәфәрҙән һуң улар йыл һайын тыуған яғына ҡайтып йөрөй, балаларын да алып бара, ҡустыһы Йәмилдең ғаиләһе менән аралаша. Илештәр үҙҙәре лә Баймаҡ еренә йыш килә.