Араларҙа ята мең саҡрымдар,
Сал урмандар,
Урал һырттары,
Әммә, араларҙы яҡынайтып,
Баймаҡ менән Илеш йөрәгендә
Дөрләп яна дуҫлыҡ уттары!
Һаҡмар буйҡайҙары йәнде арбай,
Күңелдәрҙе тарта Сөн яры.
Ғүмер баҡый даръя булып ҡайнай
Баймаҡ менән Илеш йөрәгендә
Ғәзиз илдәштәрҙең моң-зары!
Заманалар ауыр, Хоҙай үҙе
Тәүәккәллек бирһен, сыҙамлыҡ.
Шөкөр, тимен, хисте сафландырып,
Баймаҡ менән Илеш йөрәгендә
Арта бара рухи туғанлыҡ!
Берсә сәскә тотоп яҙ йылмая,
Берсә ҡар яуҙыра ҡыштары...
Әммә ниндәй генә миҙгелдә лә
Баймаҡ менән Илеш йөрәгендә
Һайрап тора һөйөү ҡоштары!
Әллә нимә булды был донъяға,
Аҡылынан шаша,
боларып...
Әммә ошо шомло заманда ла
Баймаҡ менән Илеш йөрәгендә
Ил Иманы балҡый нурланып!
Илаһи шул Иман нурын
Һаҡлап, саф,
изге килеш
Тыуған илгә бүләк итеп,
Тос карауай, тос өлөш...
Бик күптәргә үрнәк булып,
Ялҡынлы, ҡуш йөрәк булып,
Бер-берегеҙгә терәк булып,
Йәшнәп-күкрәп йәшәгеҙ һеҙ,
Ике дуҫ – Баймаҡ-Илеш!
Ике дуҫ – Баймаҡ-Илеш!
Абдулхаҡ Игебаев,
Башҡортостандың
халыҡ шағиры