Именлекте һаҡлау мөһим06.06.2014
Өфөлә төбәк эске эштәр министрлыҡтарының һәм баш идаралыҡтарының йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса полиция начальниктары урынбаҫарҙары IV Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһенә йыйылды. Унда тәүге тапҡыр Ҡырымдың Эске эштәр министрлығы һәм Севастополь буйынса Эске эштәр идаралығы хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты.

Кәңәшмәгә йыйылыусыларҙы республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов сәләмләне. Ул полиция хеҙмәткәрҙәренә уңышлы эш теләне, уларҙың йәмғиәттә социаль тотороҡлолоҡто тәьмин итеүгә индергән өлөшөн юғары баһаланы.
– Бөгөн бындай осрашыу бик кәрәк. Тышҡы талаптар хоҡуҡ һаҡлау структураларына ҙур бурыстар йөкмәтә. Енәйәтселеккә, терроризмға, экстремизмға ҡаршы власть органдары менән берлектә генә һөҙөмтәле көрәш алып барырға мөмкин, – тине Рөстәм Хәмитов. – Киләһе йыл беҙҙә ҙур ваҡиға – ШОС һәм БРИКС саммиттары буласаҡ. Өфөгә 15 дәүләт башлығының килеүе көтөлә. Алдығыҙҙа уларҙың именлеген һәм дөйөм тәртипте тәьмин итеү бурысы тора. Быйыл иһә 14 сентябрҙә төбәк етәксеһен һайлау буласаҡ. Унда бөтә кандидаттарға тиң шарттар тәьмин итеү, тотороҡһоҙлоҡҡа юл ҡуймау фарыз.




Вернуться назад