Ҡырым Республикаһының Белогорск районына ярҙам кәрәк булғас, республика халҡы илдә иң тәүгеләрҙән булып был изге эшкә бик әүҙем ҡушылды. Ябай граждандар ҙа, дәүләт органдары, ижтимағи ойошмалар вәкилдәре һәм башҡалар ситтә ҡалманы. Ошо һәм башҡа мәсьәләләр хаҡында һүҙ барҙы кисә республика Хөкүмәтендә үткәрелгән Мәрхәмәтлек эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса совет кәңәшмәһендә. Унда Башҡортостан Президенты вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
– Белогорск районына ярҙам иткәндәрҙең бөтәһенә лә рәхмәтемде белдерәм. Мәрхәмәтлеккә килгәндә, былтыр бындай ойошмалар һаны 230-ҙан 300-гә тиклем артты, – тине Рөстәм Зәки улы.
Пластик хирургтар республикала «Йылмайыу» операцияһы» тигән мәрхәмәтлек акцияһын ойошторҙо һәм Республика балалар клиник дауаханаһында бит-яңаҡ патологияһы булған 55 ҡыҙ менән малайға операция эшләне.
Рәсәйҙең «Йылмайыу» операцияһы» мәрхәмәтлек ойошмаһы башланғысы менән атҡарылған был акцияны Рөстәм Хәмитов һәм Хөкүмәт хуплағайны. Һөҙөмтәлә Өфө – илдә ошондай акция ойошторолған ун алтынсы ҡала.
Республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова дәүләткә, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеү юлдары хаҡында һөйләне.
Республика балалар клиник дауаханаһында Башҡортостандың төрлө төбәктәренән сабыйҙар дауалана. Ошоно иҫәпкә алып, ойошма етәкселеге республика Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә кескәйҙәр өсөн ҡурсаҡ театрҙарының сығышын ойоштора. Дауахананың баш табибы Рөстәм Әхмәтшин Рөстәм Хәмитовҡа «Йылмайыу» акцияһын үткәрергә ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
Кәңәшмәлә Ҡала үҫеше ижтимағи фонды етәксеһе Ольга Панчихина һәм башҡалар ҙа сығыш яһаны, үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр хаҡында әйтте.
– Мәрхәмәтлек – көҙгө кеүек ул. Ошо изгелек эшләгән кешеләрҙе күрһәтергә лә кәрәк. Быға тиклем мәрхәмәтлек эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса бер ниндәй ҙә совет булмаған. Ул өсөнсө йыл эшләй инде, – тине Рөстәм Зәки улы.