Башҡортса яҡшы белгән ИГЕҘӘКТӘр кәрәк06.06.2014
“Арҡайым продакшн” студияһы Айнур Асҡаровтың “Һүҙҙәремде ел алып китһен” тигән ҡыҫҡа метражлы фильмында төп ролдәрҙе башҡарыу өсөн игеҙәк малайҙарға кастинг иғлан итте.


Боронғо “Саҡ менән Суҡ” бәйете нигеҙендә яҙылған мистик әҫәрҙә етемдәр, яҙмыш ҡосағына ташланған сабыйҙар проблемаһы күтәрелә. Фильмдың авторҙары белдереүенсә, әҫәрҙең нигеҙенә ҡатын-ҡыҙҙың тормоштағы төп тәғәйенләнеше, бурыстары, әсәлек бәхете хаҡында уйланыу, дөрөҫ йәшәргә саҡырыу һалынған.
“Һүҙҙәремде ел алып китһен” — Башҡортостан Президенты грантына лайыҡ булған кинопроект. Мәҙәниәт йылына бағышлап яҙылған әҫәр республикабыҙҙың иң матур төбәктәренең береһендә төшөрөләсәк.
Төп ролдәрҙе башҡарыу өсөн һайлап алынасаҡ малайҙар 7 —12 йәшлек булырға, башҡортса матур һөйләшергә тейеш. Шулай уҡ уларҙың 1 — 20 августа киноға төшөү өсөн буш ваҡыты булыуы кәрәк. Ваҡытлыса йәшәү урыны хәстәрләнә. Кастинг буйынса һорауҙарҙы 8(347) 299-80-80 телефонына шылтыратып бирә алаһығыҙ, шулай уҡ Интернеттағы www.sak-suk.ru сайтына күҙ һалығыҙ.


Вернуться назад