Почта етәксеһенә һорау бирегеҙ!06.06.2014
Почта етәксеһенә һорау бирегеҙ!
Әгәр гәзит-журналды көнөндә килтермәүҙәре үҙәккә үтһә, матбуғатҡа яҙылыу хаҡы “тешләшә” йәки почта бүлексәһе алыҫ икән, йә булмаһа посылкағыҙ юғалған осраҡта ҡайҙа мөрәжәғәт итергә икәнлеген белмәһәгеҙ, пенсияғыҙҙы йортоғоҙға килтереүҙәрен теләһәгеҙ, шулай уҡ башҡа мәсьәләләргә аңлатма алырға уйлаһағыҙ, беҙҙең редакция менән бәйләнешкә инегеҙ.


18 июндә сәғәт 2-нән 4-се яртыға тиклем "тура бәйләнеш"тә – Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан идаралығы директоры Ирек Миңлевәли улы ҒӘЛИМОВ. Уға һорауҙы хат менән, 8 (347) 272-96-90, 8 (347) 272-05-43 телефондары буйынса йәки һорау@mail.ru электрон адресына алдан ебәрергә лә мөмкин.
Сара уҙғарылған көндә иһә сәғәт көндөҙгө 2-нән 4-се яртыға тиклем 8 (347) 272-75-30 телефонына шылтыратып, үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарҙы бирә алаһығыҙ.


Вернуться назад