Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында 2011 йылғы эшмәкәрлек һөҙөмтәләренә арналған киңәйтелгән коллегия үтте. Уның эшендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан буйынса эске эштәр министры, полиция генерал-майоры Михаил Закомалдин, республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдары, контролдә тотоу һәм күҙәтеү ведомстволары етәкселәре ҡатнашты.
Рөстәм Зәки улы сығышында республикала йәмәғәт хәүефһеҙлеген һәм хоҡуҡ тәртибен һаҡлау йәһәтенән ведомство иңенә оло яуаплылыҡ ятҡанын, ябай кешеләрҙең социаль кәйефе хоҡуҡ һаҡлау органдары эшмәкәрлегенә бәйле үҙгәреүен билдәләне, Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренең өҫтөнлөклө бурыстарын телгә алды. Иң мөһимдәре – экстремистик эшмәкәрлеккә, коррупцияға ҡаршы көрәш, енәйәтселекте иҫкәртеү сараларын күреү, торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашып алданғандарҙың проблемаларын хәл итеү, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙең яңы юлдарын табыу.
Михаил Закомалдин 2011 йылдың ведомство өсөн айырыуса мөһим булыуын телгә алды: “Полиция тураһында”ғы Федераль закон үҙ көсөнә инде, эске эштәр органдарының ойоштороу структураһы ҙур үҙгәрештәр кисерҙе, хеҙмәткәрҙәр һаны 20 проценттан ашыуға кәмене.
Дөйөм алғанда, республикалағы оператив хәл тотороҡло тип әйтергә мөмкин, ауыр енәйәттәр, талауҙар, һөжүм итеүҙәр һаны кәмегән.
Кәңәшмә барышында фиҙакәр хеҙмәт күрһәтеүсе хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә дәүләт һәм ведомство наградалары тапшырылды.
Г. Салауатова.