(Ринат Камал, "Мин үҙемә һәйкәл ҡуя алманым", 2014 йыл, 31 ғинуар)
Ринат Камалдың "Мин үҙемә һәйкәл ҡуя алманым" мәҡәләһен уҡып сыҡтым. Әйткәндәй, хөрмәтле автор, һеҙ был мәҡәләгеҙҙә минең генә түгел, ә күпселек милләттәшебеҙҙең күңелендә, йөрәк түрендә ятҡан ғәҙел ризаһыҙлыҡты тағы ла гәзит биттәрендә күрһәткәнһегеҙ. Тағы ла тип әйтәм, сөнки ул ризаһыҙлыҡ даими рәүештә байтаҡ йылдар күтәрелә. Әммә йөк һаман да үҙ урынында.
Ысынлап та, нисәмә быуаттар буйы данлыҡлы ата-бабабыҙ кәрәккән-кәрәкмәгән аяуһыҙ һуғыштар-ҙа ҡатнашып, тыуған башҡорт иленән ситтәге йәһәннәмдә ҡорбан булып ятып ҡалып, үҙ ерендә батырлыҡтарын мәңгеләштереүгә эйә булмаған. Ә граждандар һуғышында ҡатнашҡан, мәҫәлән, Петербургты Юденичтан һаҡлап алып ҡалған яугирҙәребеҙҙең, башҡорт автономияһы өсөн көрәшкән шәхестәребеҙҙең, Бөйөк Ватан һуғышы батырҙарының һәм илебеҙҙең атаҡлы улдарының, ҡыҙҙарының исеме тейешле дәрәжәлә мәңгеләштерелгәнме? Юҡ!
Киреһенсә, халҡыбыҙҙы йәберләгән, кәмһеткән, ҡырған яуыздарҙың исеме нығынғанын һәр ҡайҙа күрәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта халҡыбыҙҙың данлыҡлы улы, юлбашсыбыҙ Рәсәйҙең федератив төҙөлөшөнә нигеҙ һалған Зәки Вәлидигә һәйкәл ҡуя алмай интегеүебеҙгә тиҫтә быуат үтеп бара.
Ниңә улай икән? Сере нимәлә лә сәбәбе нимәлә? Эйе-эйе, был күренештең, минең уйлауымса, сере лә бар. Шул серҙең тамырҙарын, күрәһең, иң элек милли сәйәсәт төҙөлөшөндә эҙләргә кәрәктер. "Ниңә беҙ, башҡорттар, милләтебеҙҙе кәмһеткән күренештәргә ҡаршы тормайбыҙ һәм торорға теләмәйбеҙ?" – тип оран һала автор. Әллә быуаттар буйы тиңһеҙ алыштар һәм азатлыҡ өсөн көрәш халҡыбыҙҙың хәлен бөтөргәнме, генофондын селпәрәмә килтергәнме? Тағы бер сәбәбе битарафлыҡта түгелме? Ә ул ҡайҙан килә? Әллә бер ҡасан да ҡурҡыу белмәгән халҡымдың йәнен, батыр йөрәген, үрмәксе ауы кеүек, ҡурҡыу хисе сорнап алдымы? Шулай була ҡалһа, эш харап бит! Халҡыбыҙҙың яҙмышына тоғролоҡ һаҡлаған алдынғы милләттәштәребеҙ изге акциялар үткәрә. Әммә битарафлыҡҡа сумған кешеләр шул изге эштәрҙән ситкә тайпыла, өйҙә ятып ҡына кәңәш биргәндәр байтаҡ.
Ябай хеҙмәт кешеһе эш биреүсенән ҡурҡа, студент, уҡыуымдан мәхрүм итерҙәр, ти, эшҡыуар бизнесыма ҡамасаулыҡ килтерерҙәр тип хәүефләнә. Аллаға шөкөр, изге эштәрҙе башлап, янып йөрөгән шәхестәребеҙ ҙә байтаҡ. Әүҙем генә эшләгән ойошмалар барлыҡҡа килә. Халҡыбыҙ яҙмышына битараф булмаған ҡыйыу йәштәребеҙ ҡалҡып сыға. Зәки Вәлидигә һәйкәл ҡуйҙырыу мәсьәләһен ошондай ҡыйыуҙар аҙағына ла еткерер әле.
Рәйес ДАУЫТОВ,
Бөрө ҡалаһы һәм районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары.