Минең өсөн Биксән ауылы – иң ҡәҙерле гүзәл ер. Ул – минең тыуып үҫкән ерем. Ауылым бик хозур урында, йәмле Һәүәлек буйында урынлашҡан. Ысынлап та, йылға буйындағы талдарҙың моңло ғына бер көй ыңғайына серләшеп ултырыуы – үҙе бер мөғжизә бит. Ә туғайлыҡта ап-аҡ сәскәләргә төрөнөп, хуш еҫтәрен аңҡытып торған муйыл ҡыуаҡтарына һоҡланмаҫлыҡмы ни!?
Көлсәй яланында ҡыҙарып бешкән еләктәрен йыйып ҡыуанаһың. Туғайлыҡта ҡоштар тауышын тыңлай-тыңлай, ҡара ҡарағат, ҡыҙыл ҡарағат, ҡара бөрлөгән, ҡыҙыл бөрлөгәндәрҙе ауыҙ итә-итә йөрөһәң, аҙашып та китерһең. Төрлө матур сәскәләр, шифалы үҫемлектәр күп үҫә. Мең төрлө хуш еҫ баштарҙы әйләндерә. Ағастарҙың ниндәйе генә юҡ! Шиҙе, Бишағас йылғалары, төрлө шишмәләр ҡушылғас киңәйеп киткән Һәләүек, ашҡынып, урыны менән тынысланып, аға ла аға. Йәй көнө һыу ингән балаларҙың шат тауышына күмелгән, көҙөн ҡаҙҙар, өйрәктәр йөҙгән Һәләүек буйы тирә-яҡҡа йәм биреп тора. Тик шуныһы күңелде ҡыра: йылғабыҙ элекке кеүек саф, таҙа һыулы түгел. Уның ярҙарында, йылға төбөндә быяла ярсыҡтары, тимер киҫәктәре, ауған ағастар, пластик шешәләр күренә. Кемдең ғәйебелер был? Бәлки, кемдәрҙеңдер иғтибарһыҙлығылыр, бәлки, беҙҙең ғәйептер... Шундай матурлыҡты харап итәбеҙ бит! Эйе, күңелендә Тыуған еренә һөйөү тойғоһо һаҡланмаған кеше генә бындай яуызлыҡҡа бара алалыр. Быйыл йәй көнө ауыл йәштәре, мәктәп уҡыусылары, ҡатын-ҡыҙҙар советы тарафынан өмәләр ойошторолоп тирә-яҡ таҙартылғас, ауылым йәмләнеп ҡалды.
Һәр кемгә лә үҙенең тыуған иле, ере, һауаһы, ғәзиз тупрағы яҡын һәм ҡәҙерле. Мин тыуған яғым, тыуған ауылым менән ғорурланам. Ауылымдан аҙға ғына ситкә китһәм дә Һәләүегемде һағынып ҡайтам. Еребеҙ баҡсаһын – тәбиғәтебеҙҙе һаҡлайыҡ! Тәбиғәтте һаҡлау – беҙҙең изге бурыс.
Наҙгөл ДӘМИНЕВА,
Ишембай районы,
Биксән урта мәктәбе уҡыусыһы.