Һәр береһендә – йылы теләк04.06.2014
Алдымда ике тиҫтәнән ашыу хат ята. Һәр береһен ҡулыма алған һайын оло ҡыуаныс кисерәм. Өлкән йәштәге ағай-апайҙар ҙа, урта быуын кешеләре лә аралашыуҙың ошондай йәнле алымын һаҡлап килә әле. Ике аралағы бәйләнеште өҙмәүҙәре өсөн һәммәһенә лә ҙур рәхмәт.
Төрлө район һәм ҡалаларҙан яҙа уҡыусыларыбыҙ. Күңелдәрен өйкәгән мәсьәләләр менән уртаҡлашалар, уй-фекерҙәрен һәм борсолоуҙарын еткерәләр.



Һүҙҙе Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылында йәшәүсе Факиһа Низаметдинованың хатынан башлау дөрөҫ булыр, сөнки олоғайҙым инде тимәй, "Башҡортостан" гәзитен алдырып уҡыуын дауам итә ул. Етмәһә, баҫмаға алдан уҡ яҙыла. Хаттарға байҡауҙы унан башлауыбыҙ өсөн тағы бер сәбәп бар – инәй гәзиткә ҡарата йылы һүҙҙәрен шиғри юлдарға һалып еткергән.
Хеҙмәт юлым башланғас та,
Был гәзитте алдырам.
Хаҡлы ялда булғанда ла
Ошо баҫма килә һаман.
Милләтемдең төп баҫмаһы,
Республикам көҙгөһө.
Бөтә Рәсәй киңлегендә,
Дуҫлығыбыҙ өлгөһө,
— тип яҙып ебәргән ул. "Башҡортостан"ды 1953 йылдан алып алдырам", — тигән хат авторы. Факиһа инәйгә рәхмәттән башҡа һүҙебеҙ юҡ. Уға иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ, матур һәм тыныс көндәр генә күрергә насип итһен.
Ишембай районының Һайран ауылында йәшәүсе Ғәлимйән Яҡуповтан да шуға ауаздаш хат алып ҡыуандыҡ.
"Башҡортостан"ды 1952 йылдан алып уҡыйым, яҙылмай ҡалғаным юҡ. Һәр һанын көтөп алам. Хикәйәләр, романдан өҙөктәр, мәҡәләләр оҡшай, береһен дә ҡалдырмай уҡып сығам. Быйыл баҫманы ҡулымдан төшөрмәүемә – 62 йыл. Һаулыҡ һәм иҫәнлек булһа, артабан да айырылырға иҫәбем юҡ.
Киләсәктә күктәребеҙ аяҙ, донъя тыныс торһон. Һеҙгә, журналистарға, ижади уңыштар теләйем", — тип тамамлаған хатын хеҙмәт ветераны Ғәлимйән Яхъя улы.
Сираттағы хат – Ауырғазы районының Талбазы ауылынан. Һөнәрселек лицейында эшләгән Рәйлә Батталова юллаған уны.
"Балаларҙа туған теленә, еренә хөрмәт һәм һөйөү тәрбиәләйем, һәләттәрен үҫтерергә көсөмдө һалам. Һөҙөмтәһе бар – уҡыусыларыбыҙҙың эштәре республика конкурстарында юғары баһа ала. Ә "Башҡортостан"ға килгәндә, ул тормошомда ла, эшемдә лә ҙур ярҙамсы. Уҡый белә башлағандан алып бәйләнеште өҙгәнем юҡ тиерлек", – тигән ул. Рәйлә Минислам ҡыҙына ла эшендә уңыштар теләп ҡалабыҙ.
"Башҡортостан"ға икенсе ярты йыллыҡҡа күптән яҙылып ҡуйҙым. Баҫма менән бәләкәй саҡтан танышмын, "Ҡыҙыл Башҡортостан" сағынан уҡ беләм. Әсәйемдең ҡулынан 80 йәштә лә төшмәне гәзит. Ул иң элек донъя яңылыҡтары менән танышыр ине. Ә мин тәүҙә мәҡәләләрҙең авторына күҙ һалып сығам, күптәрегеҙҙе танышымдай күреп бөттөм инде. Ҡыҫҡаһы, гәзит – дуҫ та, серҙәш тә. Тик шуныһы көйөндөрә: беҙҙең замандаштар китеп бөтһә, баҫманы алдырып уҡыусылар күпләп кәмер инде. Йәштәрҙең ҡулында телефон ғына бит.
Күңелемде өйкәгән тағы бер мәсьәлә – ул телевидение тапшырыуҙарына ҡағыла. Башҡортса спектаклдәрҙе йәки өлгөлө һәм талантлы шәхестәр тураһындағы фәһемле яҙмаларҙы бик һуң йәки төндә генә күрһәтәләр. Рухи донъя, өлгөлө кешеләр өсөн эфир ваҡыты йәлме икән әллә? "Әйҙә, өйләнешәйек!", "Һөйләһендәр әйҙә" кеүек тапшырыуҙар бер ҙә төндә түгел дә баһа!" – тип яҙа Ауырғазы районының Талбазы ауылынан Ғ. Шәмсетдинова.
Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал ауылынан Ҡәттәл Арғынбаев та – республиканың төп милли баҫмаһын әүҙем алдырып уҡыусыларҙың береһе. 2000 йылдан алып тәүгеләрҙән булып даими яҙыла икән.
"Баҫманың хаҡы йылдан-йыл арта, киләсәктә тиражы күпкә кәмеһә, бик үкенесле. Ауылдарҙа эш хаҡы түбән, ә беҙҙең халыҡ, нигеҙҙә, тап шунда йәшәй бит", – тигән 80 йәшлек уҡыусыбыҙ, баҫмаға яҙылыу хаҡының артыуына борсолоп.
Көйөргәҙе районынан тағы бер хат алдыҡ, уны редакцияға Яҡшембәт ауылынан Мәүлиҙә Әхмәтова юллаған.
"Гәзиткә яҙылыу өсөн аҡса йәлләргә ярамай. Республикалағы яңылыҡтарҙы, алдынғы хеҙмәт кешеләрен белеп, хәл-ваҡиғалар уртаһында ҡайнап йәшәргә кәрәк. Баҫманы ҡулға тотоп, рәхәтләнеп уҡыйһың. "Башҡортостан"ға һәр ғаиләне яҙылырға саҡырам. Үҙем унан оҙаҡ йылдар айырылмайым", – тигән хаҡлы ялдағы әүҙем уҡыусыбыҙ.
Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылынан Мәхмүҙә Шәғәлиева өлкәндәр өсөн ойошторолған ял ваҡытында тыуған тәьҫораттары менән уртаҡлашыу өсөн ҡулына ҡәләм алған.
"Йоматау" шифаханаһында булып ҡайттым. Хеҙмәткәрҙәре һауыҡтырыу менән бергә ял сәғәттәрен дә файҙалы һәм күңелле итеп ойошторҙо. Йәшәгән бүлмәләрҙә шарттар һәйбәт, туҡланыу яҡшы. Хеҙмәткәрҙәрҙең барыһы ла иғтибарлы, яғымлы һәм үҙ эшен күңел һалып атҡара. Көн һайын мәҙәни саралар уҙғарыла. Мәҫәлән, "Уйна, һөйөклө баяным!", "Таныш булайыҡ", "Яҡшы кәйеф", "Бөтә йөрәктән" кеүек кисәләрҙә һәр кем ҙур теләк менән ҡатнашты. Юлиә Хәйбуллина етәкселегендәге ижади коллективҡа шәфҡәт туташтары, ашнаҡсылар һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр берләшкән. Һәр береһе моңло итеп йырлай, өҙҙөрә баҫып бейей, кәрәк икән – нәфис һүҙ оҫтаһы ла.
Өфө артистары ла килеп сығыш яһай. Ял итеүселәр өсөн шашка, шахмат, теннис һәм бильярд уйындары буйынса ярыш ойошторола. Уның барышын күҙәтеп торған саҡта ла ҙур кинәнес кисерәһең. Күптәр атта йөрөргә ярата.
Шулай итеп, шифаханала тән сихәте менән бергә йән дауаһы ла алдыҡ. Ялды һәйбәт ойошторғандары өсөн Людмила Ямалиеваға, Райхана Ҡасҡыноваға һәм башҡа хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт", – тигән М. Шәғәлиева.
Ишембай районының Яңы Әптек ауылынан Вараҡа Ғәләүетдинова – әүҙем авторыбыҙ. Ул Ишембай районында "Башҡортостан"дың күп таралыуы өсөн шатлығын белдергән. "Тимәк, төп милли баҫманы яраталар. Гәзит ябай халыҡҡа таяныс, шуға уға хөрмәт менән ҡарайҙар. Ҡайһы берәүҙәр, Интернеттан уҡыйбыҙ, ти. Әммә ҡулға тотоп уҡыу менән сағыштырыу мөмкинме ни?! Шөкөр, тырышып донъя көтәбеҙ, пенсия ваҡытында таратыла, хәлебеҙ зарланырлыҡ түгел. Ҡыҫҡаһы, тормош алға бара. Теләгем шул: илебеҙҙә дуҫлыҡ тантана итһен, Украина яҙмышын күрергә яҙмаһын", – тип һәммәбеҙҙе уйландыра, бөгөнгөнөң ҡәҙерен белергә саҡырған хат авторы.
Өфө ҡалаһынан Гөлкәй Аллағолованың хаты ла үҙенсәлекле.
"Йәштәрҙең, үҫмерҙәрҙең холоҡ-фиғеленә йыш ҡына зарланабыҙ, уфтанып та ҡуйғылайбыҙ. Әммә араларында таяныс булырҙайҙары ла бихисап. Күп ваҡыт уларҙы күрмәйбеҙ ҙә, шулай тейеш тип иҫәпләп, йылы һүҙебеҙҙе әйтмәй ҡалабыҙ. Яҡшылыҡ ҡылып та үҙҙәре күләгәлә ҡалыусыларҙың береһе менән таныштырып үткем килә. Бер төркөм пенсионер апайҙарына "Башҡортостан" гәзитен бүләк итеп яҙҙыртҡан Әминә Харис ҡыҙы ул. Аҡсаһы артып барғандан түгел, әлбиттә. Өлкәндәрҙең матди хәлен аңлауҙан һәм күңелдәрен үҫтерергә теләүҙән ҡыла изге ғәмәлде. Үҙенә лә һаулыҡ, эшендә уңыштар, ғаиләһенә именлек теләйбеҙ", – тип гәзит аша оло рәхмәтен юллай ул Әминә Харис ҡыҙына.
Хат юллаған һәр кемгә рәхмәт. Теләктәрегеҙҙе һәм фекерҙәрегеҙҙе еткереүегеҙ ҙә һәйбәт. Ошо йәһәттән йәштәргә матур өлгө булып тораһығыҙ. Киләсәктә лә бергә булайыҡ, айырылмайыҡ, "Башҡортостан" тарихын бергә яҙайыҡ!




Вернуться назад