Ил бер ус бойҙай йәлләһә лә...04.06.2014
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң тыуһам да, үҙемде ул йылдарҙағы ауырлыҡтарҙы иңемдә күтәргән кешеләрҙәй хис итәм. Ғазаплы осорҙа йәшәгән, эшләгән һәм көрәшкән яҡын кешеләремдең әсе яҙмыштарын белеп, күңелдәре ғазапланыуын, һыҙланыуын күреп-тойоп үҫкәнгәлер, моғайын.


Олатайым менән атайым оло яуҙа ҡатнашҡан. Олатайым Хәживәли Иҙрисов һуғыш башланғанда Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылында бригадир вазифаһын атҡарған. Аяғы зәғифлектән,тәүҙә саҡырмағандар, ләкин 1943 йылда сират уға ла еткән. Хәрби күнекмәләрҙән һуң Сталинград өсөн барған көрәш яланына оҙатҡандар. Ғаиләһенә өсмөйөшлө бер генә хаты килгән. Унда олатайым Сталинград фронтына йүнәлеүҙәрен хәбәр иткән, Фатима өләсәйебеҙгә, балаларҙы һаҡла, нисек тә асыҡтырмаҫҡа тырыш, тип яҙған. Үкенескә ҡаршы, башҡа хат-хәбәр алмайҙар.
Атайым иһә фронтта 1945 йылдың август аҙағына тиклем була. Уның Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм бик күп миҙалдары бар ине.
Өләсәйем береһенән-береһе бәләкәйерәк алты бала менән тол ҡала. Ике бәләкәсе аслыҡтан донъя ҡуя, дүртәүһен әллә күпме ауырлыҡ үткәреп аяҡҡа баҫтыра. Төҫкә-башҡа сибәр, эшкә уңған ҡатынды байтаҡ кеше һоратҡан, әммә ул хәләленә тоғро ҡалған. Ун өс ейән-ейәнсәренә өләсәй булып, биш бүләһен күреп, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәне.
Йылдар үтеү менән тағы бер көслө ихтыярлы, аҡыллы, сабыр холоҡло ҡатын-ҡыҙ менән осраштым, ул Ауырғазы районының Түрһәгәҙе ауылынан ҡәйнәм Һөйәрбикә ине. Ҡәйнәм дә ирен һуғышҡа оҙатып, дүрт балаһы менән ҡалған. Иң кесеһе алты айлыҡ ҡына сабый була. Көн-төн колхозда эшләгән, Аҡкүл элеваторынан биштәрләп орлоҡ ташыған, иген үҫтереп, ер һөрөп, барлыҡ аҙыҡ-түлекте фронтҡа оҙатып Еңеү көнөн яҡынайтҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе тап ул. Әммә иң аяныслыһы шул: балаларына ашатырға тип бер ус бойҙай алып ҡайтҡаны өсөн төрмәгә ултырталар. Дүрт балаһы ас-яланғас килеш ҡаҡ һикелә ултырып ҡалған. Һуғыш йылдарында бик аяуһыҙ була шул закондар. Әсәләре ҡайтыуын ике бәләкәйе күрә алмай, ә ике ҡыҙын Талбазы балалар йортона урынлаштыралар.
Һуғыштан һуң ҡәйнәм Нуриәхмәт тигән кешегә тормошҡа сыҡҡан. Ҡайным — өс яуҙа ҡатнашҡан ветеран. Һуңғыһына, оло йәштәмен тип тормай, үҙ теләге менән киткән. Ҡайтыуына, дүрт балаһын етем ҡалдырып, ҡатыны вафат булған. Әллә күпме ауырлыҡ менән осрашһалар ҙа, һынмайҙар Һөйәрбикә менән Нуриәхмәт, ике ғаиләне бергә ҡушып, йәшәй башлайҙар. Балалар йортондағы ҡыҙҙарҙы ла барып алалар. Тормоштоң дауам иткәнен раҫлап, донъяға ике малай ҙа тыуа. Ул-ҡыҙҙарына тигеҙ ҡарап, һөйөп үҫтерәләр. Бихисап ейән-ейәнсәренең генә түгел, әллә күпме бүлә-бүләсәренең дә яратҡан олатаһы һәм өләсәһе бәхетле ғүмер кисерҙе. Әлбиттә, бындай ғаиләләр аҙ түгелдер, әммә минең өсөн улар яҡын да, ҡәҙерле лә.

Рәйлә БАТТАЛОВА,
уҡытыусы.





Вернуться назад